Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
9 Декабрь 2023, 15:00

Булырҙайҙан төңөлмә

22 генә йәшендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ҡаһарманлыҡ, генерал М. Шайморатов ордендары кавалеры булған, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” һәм Суворов миҙалдары менән наградланған.

Булырҙайҙан төңөлмә
Булырҙайҙан төңөлмә

Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында.
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә,  тип тикмәгә йыр сығармаған башҡорт.
Салауат ерендә – ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙа 22 йәшлек кенә сағында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ҡаһарманлыҡ, генерал М. Шайморатов ордендары кавалеры булған, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” һәм Суворов миҙалдары менән наградланған шәхес тыуыуы ла тиккә түгелдер – тарих – ҡуласа, тарих ҡабатлана.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаттарының (110 депутат) иң йәше Артур Альберт улы Ғәлиев.
Йәш депутат ошо көндәрҙә Бөрйәнгә килеп, йәштәр яҡташлығы форумында ҡатнашып, уҡыусылар алдында илһөйәрлек темаһына сығыш яһап ҡайтты.
МХО барышында ҡулын юғалтып, үҙенә яҙмыш ҡуйған ошо һынауҙан һынмай, үҙендә йәшәр өсөн генә түгел, республика мәнфәғәте хаҡына эшләр көс тапҡан егет, Бөрйәндә эш сәфәрендә булып, “Таң” гәзите уҡыусылары өсөн дә ваҡыт тапты.
2001 йылда Өфөлә эшселәр ғаиләһендә тыуған ул. Атаһы – водитель, әсәһе – медсестра. Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се һанлы мәктәбендә 9-сы класты тамамлап, артабан янғын һүндереүсе булырға ҡарар ҡылып, Өфө радиоэлектроника һәм телекоммуникациялар колледжына уҡырға ингән. Артур уҡыусы сағынан уҡ спорт менән (тхэквондо) шөғөлләнгән, “Динамо” спорт мәктәбендә уҡытып та йөрөгән.
Колледждан һуң әрмегә алынып, сроклы хеҙмәтен тултырғас, ике йылға контракт төҙөй. Бер айҙан Ҡазандағы Ҡыҙыл байраҡлы юғары танкы командаһы училищеһына уҡырға инә. Аҙаҡ Беларусь менән Рәсәй сигендә күнекмәләр үтә. МХО-ның тәүге көндәренән егет – алғы һыҙыҡта.
2022 йылдың майында уның тормошо “ошоға тиклем” һәм “ошонан һуң”ға бүленә: 10 майҙа Артурҙарҙың отряды миномет утына эләгә. Артур ошонда тәүге тапҡыр яралана. Мина унан 20 метрҙай тирәһе алыҫлыҡта осоп китә. Бәхеткә күрә, Артур һаҡланып өлгөрә. Мина ярсығы шлемын үтә тишеп, битенә тейгән. Уны госпиталдә соҡоп алалар.
90-сы гвардия танк дивизияһы составында Киевҡаса барып етәләр, аҙаҡ ЛНР-ҙы ҡотҡарыу эшенә тотоналар.
23 майҙа уңыш һаран йылмая – штурм төркөмөндә (Ҡыҙыл Лиман ҡалаһын штурмлағанда) 8-се урамда уны дошман танкы Т-64 туҡтата. Артур ҡулына гранатомет алып, танкты юҡ итергә уйлай, әммә танкыға тиклем барып етергә яҙмай – танк фугаслы ярсыҡлы боеприпас менән туп-тура Артур йәшеренгән йортҡа ата. Һөҙөмтәлә уның ҡулы яралана. Тәүге секундтарҙа егет үҙе менән ни булғанын аңлап та өлгөрмәй. Ҡулын ҡыбырлатыр итһә, уныһы йәнһеҙ – ҡыбырламай. Яраһынан ҡан атыла башлай. Юғалып ҡалмай егет – үҙ ҡулын һыҡтырып бәйләй (жгут һала). Унан алда яралы хеҙмәттәш егетен (Евгений Волкты) ҡотҡара. Табиптар Артурҙың ҡулын һаҡлап алып ҡала алмай – егеттең уң ҡулын ампутациялайҙар. Мәскәүҙәге Бурденко исемендәге госпиталдә оҙаҡ дауалана.
Реабилитациянан һуң Артур ҡабат МХО-ға бара алмаясағын аңлай һәм “Башҡортостан Республикаһының ышаныслы тылы” ирекмәндәр штабында беҙҙең яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыу менән шөғөлләнә башлай (101 гуманитар конвой китә). Егет РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбановтың ярҙамсыһы була, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә, төрлө уҡыу йорттарында осрашыуҙарҙа сығыш яһай.
27 июлдә рәсми рәүештә Башҡортостан Ҡоролтайына депутатлыҡҡа кандидат булып теркәлә. 10 сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа Артур еңеп сыға – депутат булып һайлана. 22 сентябрҙә иһә уға депутатлыҡ танытмаһын тапшыралар.
Артур Ғәлиев МХО, уның маҡсаттары хаҡында һөйләне, үҙ өлөшөнә төшкән яҙмыш һынауҙарынан нисек сығыуын бәйән итте, уҡыусыларҙың күп һанлы һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.
“Кременная ҡалаһын азат иткәндән һуң беҙ боекомплекттар артынан һыра заводына киттек. Бер заман миномет уты аҫтында ҡалдыҡ. Китеп барғанда балаларҙың уйын майҙансығындағы ҡомда бер ҡыҙ баланың уйнап ултырғанын күрҙем, эргәһендә олатаһы тәмәке тартып тора ине. Ҡайтҡанда олатаһы үлгән, ә ҡыҙ бала, бер нәмә белмәй, һаман ҡом менән уйнап ултыра ине. Уның ата-әсәһе 2014 йылда үлгән, берҙән-бер яҡын кешеһе олатаһы ине. Уны күрше ҡатын көтөргә алды, сөнки ул үкһеҙ етем ине.
Тағы бер миҫал: бер малай (6-8 йәштәр самаһы) һеңлеһе менән китеп бара. Шул заман минометтан ут яуҙыра башланылар. Малай бомбанан һаҡлана торған ергә барып етмәҫтәрен аңлай һәм һеңлеһенең өҫтөнә ятып, уны уттан һаҡлап алып ҡала... Үҙенең ғүмерен биреп...
Бөгөн һеҙҙең контракт менән хеҙмәт иткән һәм мобилизацияланған ағай-атайҙарығыҙ ошондай аяныслы хәлдәр булмаһын өсөн, һеҙ тыныс илдә уҡыһын, бомбанан ҡасыр урын эҙләмәһен өсөн МХО-ла. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ!” - тине.
Артур ҙур теннис, хоккей, футбол, тхэквондо менән шөғөлләнгәнен дә һөйләне. «Яңыраҡ миңә хоккей кейеме бүләк иттеләр (һаҡсыныҡын), мин протез ҡулымды ҡуйып алам да, хоккей уйнайым. Элек нисек әүҙем тормош позицияһы алып барһам, әле лә шул юлды ҡыуам, мин йәштәргә һәр яҡлап өлгө булырға тейешмен», ти Артур.
Эйе, батыр йә шәхес булып тыумайҙар, был бейеклектәргә шәхсән матур сифаттар – ныҡышмаллыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, һәр ситуациянан сыға белеү, тәүәккәллек, илһөйәрлек, тормошто яратыу, кешелеклелек һ.б. аша өлгәшәләр.
22 йәшлек кенә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев - ана шундайҙарҙан.

 

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: