Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
8 Декабрь 2023, 15:50

«Алдар» кеүек батырҙарыбыҙ менән көслө илебеҙ

«Даян Мурзин» исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт иткән «Алдар» позывнойлы офицер-лейтенант яҡташыбыҙ 27 хәрбиҙән торған взводтың командиры.

«Алдар» кеүек батырҙарыбыҙ менән көслө илебеҙ
«Алдар» кеүек батырҙарыбыҙ менән көслө илебеҙ

“Алдар” мәктәпте тамамлағас, БДАУ-ҙың «Ауыл хужалығын механизациялау» бүлегендә белем ала. 2013-2014 йылдарҙа Дағстан Республикаһында ФСБ-ның сик буйы хеҙмәтендә ир-егетлек бурысын үтәгәндән һуң, артабан да тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар итә - контракт төҙөп, Приморье крайында һәм Ҡырым өлкәһендә сик буйын һаҡлай. 2019 йылда тыуған яҡтарына ҡайта, бер йыл таксиҙа йөрөй, аҙаҡ “ЛМА” ойошмаһында махсус техника һәм автомобилдәр слесары булып эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас та хәрби кешегә уйҙары тынғы бирмәй. Тыуған илен, ерен, халҡын яҡлар өсөн унда барырға кәрәклеген аңлай. Ныҡлы ҡарарға килеп, быйыл апрелдә килешеү төҙөй һәм МХО зонаһына юллана. Август айына тиклем Һамар өлкәһендә хеҙмәт итә, августан бөгөнгө көнгәсә – яу яланында.
Илем, халҡым тип янып торған Бөрйән егете менән бәйләнешкә сығып, хәлдәрен белештек.
«Хәлдәребеҙ, шөкөр, һәйбәт. Билдәле бер ваҡытта ғына бәйләнешкә сыға алабыҙ. Шуға генераторҙарҙы тоҡандырып, һеҙҙән шылтыратыу көтә инек. Әле бында һалҡын, 5-6 сантиметрҙай ҡар яуҙы. Был ҡар ирейәсәк әле, һыуыҡтар ғинуарҙа ғына була.
Йәшәгән урыныбыҙ ер-өйҙәр – блиндаждар. Олег Марс улы гуманитар ярҙам менән килтергән изолондар менән уны эстән көпләп сыҡтыҡ. Бәләкәй мейестәр менән йылытабыҙ. Кемдәрҙәлер сөгөн, тимер мейес, кирбестән дә эшләп алды егеттәр, газ баллондары менән дә йылытабыҙ. Ашау яғы һәйбәт. Минең взводта 10 блиндаж. Бер блиндажды ашарға бешереү һәм ашау өсөн яраҡлаштырып алдыҡ. Ашағаныбыҙ күберәк әҙер, тиҙ бешә торған бутҡалар, консерва аҙыҡтары. Төшкә борщ, бишбармаҡ бешерәбеҙ.
Беҙҙең эргәләге ҡала буш тиһәң дә була, күбеһе өйҙәрен ҡалдырып, тынысыраҡ яҡҡа күскән. Оло инәй-бабайҙар ғына тороп ҡалған, йәштәр юҡ, мәктәп эшләмәй, госпиталь бар.
Ер аҫтына таҡтанан 3*2 ҙурлыҡта мунса эшләп алдыҡ. Яҡташтарыбыҙ ебәргән мунса мейесен унда урынлаштырҙыҡ. Аҙнаһына 1-2 тапҡыр яғып төшөп алабыҙ», - тип ҡыҫҡаса йәшәйештәре менән таныштырҙы яугир.
Гуманитар ярҙам оҙатҡанда тағы ла ниндәй әйберҙәр кәрәк буласағы тураһында һорашҡас, иң тәүҙә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе «Алдар». «Ярҙам килеп етеп тора. Райондаштарыбыҙға, Олег Марс улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һораған әйберҙәрҙе ебәрергә тырышалар. Әлеге мәлдә күберәк бейәләйҙәр кәрәк», тине.
«Беҙҙең олатайҙарыбыҙ төрлө һуғыштарҙа Тыуған илде һаҡлаған. Беҙ ҙә уларҙың исеменә тап төшөрмәй, ошо изге бурысыбыҙҙы үтәргә тейешбеҙ. Позывной һайлағанда ла элекке батырҙарыбыҙҙың исемдәре араһында эҙләнем һәм үҙебеҙҙең Алдар батырҙыҡында туҡтаным. Минең бер туған ҡайнағам да бында. Ул «Батыр» позывнойлы, БМП-ла механик-водитель булып йөрөй», - тине «Алдар».
Райондашыбыҙға тыуған төйәгенә, яҡындары, туғандары, ҡатыны һәм ҡыҙы янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек.

 

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: