Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Декабрь 2023, 17:00

Хәрбиҙәргә яңы ярҙам сараһы булдырылды

Махсус хәрби операцияла күрһәткән айырым ҡаҙаныштары өсөн яугирҙәргә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары биреү тураһында закон ҡабул ителде.

Хәрбиҙәргә яңы ярҙам сараһы булдырылды
Хәрбиҙәргә яңы ярҙам сараһы булдырылды

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте. Норматив документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында https://npa.bashkortostan.ru/40762/ урынлаштырылған.
Закон менән махсус хәрби операцияла айырыуса айырылып торған хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн яңы социаль ярҙам сараһы билдәләнгән. «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй Федерацияһы ордендары менән наградланған яугирҙәр шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы. Герой махсус хәрби операцияла ҡатнашыу барышында алған йәрәхәттәрҙән йәки ауырыуҙан һәләк булған осраҡта, уның ғаилә ағзалары ергә хоҡуҡтан файҙалана ала.Тормош иптәше һәм бәлиғ булмаған балалары, улар булмаған осраҡта һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәһе ошо закон проекты контексында ғаилә ағзалары булып тора.
Законда ер участкаһын алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге билдәләнгән. Ер участкаларын алыуға ғаиләнең матди тәьмин ителеш кимәле йоғонто яһамай.
Белешмә
«Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законы менән шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың тағы дүрт категорияһы ҡаралған:
- торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә торған граждандар;
- ғариза тапшырған көнгә ир менән ҡатындың йәше 35 йәштән артмаған йәш ғаиләләр;
- өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләр;
- инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр.

Автор:Р. Байымов әҙерләне.
Читайте нас: