Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
1 Декабрь 2023, 08:30

...Уның “позывнойы” – “Бабай”

“Бабай” – беҙҙең район егете. Йылдан артыҡ хәрби операцияла йөрөү осоронда бер тапҡыр йәрәхәтләнеп, өс тапҡыр былай ялға ҡайтып киткән.

...Уның  “позывнойы” –  “Бабай”
...Уның “позывнойы” – “Бабай”

Былтыр сентябрь айында иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юлланған “Бабай” – беҙҙең район егете. Йылдан артыҡ хәрби операцияла йөрөү осоронда бер тапҡыр йәрәхәтләнеп, өс тапҡыр былай ялға ҡайтып киткән.
Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте – күңеле ҡатмаған райондашыбыҙҙың. Һүҙен рәхмәттән башланы!
-Бөрйән районы халҡының гуманитар ярҙамын даими алып торабыҙ. Шөкөр, яҡташтар ярҙамдан өҙмәй. Беҙҙе онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт!
Тыуған яҡтан килгән сәләмдәр, күстәнәстәр, башҡа кәрәкле әйберҙәр беҙҙең күңелдәрҙе йылыта, дәрт өҫтәй. Яҡташтар хатта мунса эшләп ебәрҙе.
Район ветерандар советы етәксеһе Олег Ғәлиевҡа бик рәхмәтлебеҙ – беҙҙең хәлдәрҙе даими белешеп, нимә кәрәклеген һорашып, йүнләп, ебәрешеп кенә тора.
Яҡташтарҙан килгән ярҙам хәрби рухты күтәрергә лә булышлыҡ итә. Ошо матур бәйләнеш киләсәктә лә өҙөлмәһен ине.
Егеттәргә бигерәк тә газ баллондары күп кәрәк. Сөнки күп осраҡта ут яғырға ярамай, сәйҙе лә шул газда ҡайнатабыҙ, ашарға ла газ ярҙамында әҙерләйбеҙ. Буржуйка мейестәр ҙә ебәреп торалар. Барыһына ла рәхмәт!
Махсус операциялағы егеттәрҙең кәйефе насар түгел. Беҙҙең егеттәр, ғөмүмән, ауырлыҡтар алдында бирешеп бармай, берҙәмдәр, состар, - тине “Бабай”.
Әүәл-әүәлдән ир-егет илгә хәүеф янағанда яу сапҡан, иле, ере өсөн тауҙай торған. Беҙҙең тыныс, имен тормошобоҙ хаҡына махсус операцияға юлланған ир-егеттәребеҙгә именлек, рух ныҡлығы насип булһын.
Рәсәй Федерацияһы армияһына килешеү нигеҙендә хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу район мобиль пунктына, хәрби комиссариатҡа (Белорет ҡалаһы, Б. Хмельницкий урамы, 3/А, тел. 8 (347)923-41-02), республика һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефон: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итә ала.
Әйткәндәй, үҙ теләктәре менән махсус операцияға юлланыусы яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Яугирҙәрҙең барыһына ла именлек, сәләмәтлек насип булһын. Еңеү менән ҡыуанып ҡайтып төшөгөҙ, егеттәр!

 

Автор:Т. Баһауетдинова.
Читайте нас: