Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Ноябрь 2023, 17:30

Алтынсы класта мал салған Йәки булыр бала - биләүҙән

Мәҡәлә геройы, Украинала барған МХО-ла “Физрук” позывнойлы ир-уҙаман дипломы буйынса ысынлап физрук – СиБДУ-ның физкультура факультетын бөткән,әммә бала саҡ хыялын бойомға ашырып, хәрби һөнәрҙе һайлаған.

Алтынсы класта мал салған Йәки булыр бала - биләүҙән
Алтынсы класта мал салған Йәки булыр бала - биләүҙән

Физруктар тыныс тормошта ғына түгел, утлы ғәрәсәт ҡупҡанда ла кәрәк икән – физик яҡтан һауһаҡ, көслө рухлы, спортты дуҫ иткәндәрҙең теләһә ниндәй кәртә-ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырына икеләнеү юҡ.
Мәҡәлә геройы, Украинала барған МХО-ла “Физрук” позывнойлы ир-уҙаман дипломы буйынса ысынлап физрук – СиБДУ-ның физкультура факультетын бөткән,әммә бала саҡ хыялын бойомға ашырып, хәрби һөнәрҙе һайлаған.
2009 йылдан гражданка кейемен хәрби формаға алмаштырған “Физрук” инде 14 йыл Росгвардияла хеҙмәт итә.
Ҡара эштә бешегеп, көнө-төнө колхоз эше тип сапҡан ата-әсәһенең ныҡлы таянысы булып үҫкәнгә, тормош юлында осраған проблемаларҙы еңел хәл итеп, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарап өйрәнгән, яуаплылыҡ тигән сифатты үҙендә генә түгел, ҡул аҫтындағыларҙа үҫтереү тәңгәлендә арымай-талмай эшләгән өлкән сержант званиелы взвод командиры урынбаҫары бөгөн.
- “Физрук” бәләкәй сағында йыш ауырыны, шуға бөтә иғтибар уға булды, тиһәң дә хата түгел. Атай менән әсәй уны иркәләтеп, һөйөп кенә үҫтерҙе, тик иркә, ялҡау булып үҫмәне ҡустыбыҙ. Бәләкәй сағынан мал йәнле булды – бер мәл Өмөтбайҙан аҡ күгәрсендәр алып ҡайтып үрсетеп маташты, унан йорт ҡуяндары алып тәрбиәләне. Мал араһынан сыҡманы, егәрле, ярҙамсыл булды. Бәләкәйҙән үҙ фекерен әйтә, яҡлай белде. Әйтте икән – үтәне. Һеңлебеҙ Айгизәнең төп ҡурсалаусыһы ул булды: сәсен дә үреп ҡуйыр ине, портфелен мәктәпкә йөкмәп алып барыр, алып ҡайтыр ине.
Ныҡ тәүәккәл булды, тинем. Бер мәл мәктәптән ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Баҡтиһәң, Рәйлә еңгәй мәрхүмә һарығын салдырырға кеше тапмай йөрөй икән. 6-сы класта уҡып йөрәгән ҡустыбыҙ ана шул еңгәбеҙҙең һарығын салып, тунап биреп ҡайтҡан.
Педколледжға уҡырға ингәс, 19 йәшендә был бер мәл бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Айһылыу менән Таңһылыу атлы ҡыҙҙарҙы алып килде. Апай, мин кәләш алам, тимәһенме. Бәй, мәйтәм, һин бит әле армияға ла бармағанһың. Юҡ, алам тигәс, алам, ти был. Тәки үҙ һүҙен һүҙ итте – атай-әсәйгә әйтеп тә тормай, Баймаҡҡа барып, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһен күреп, туй менән никах бер көндә үтә, тип һөйләшеп ҡайтҡан.
Туйҙы ла үҙенә олатай бүләк иткән йылҡы малын һуйып үткәрҙе. Ҡыҙыҡ ерҙәре лә күп булды инде уның. Ғаиләлә бер кемдә уның ҡарарына ҡаршы килмәне.
Кәләш алғас, үҙе йүнләп, дөйөм ятаҡтан бүлмә алыуға иреште. Уҡыуын ташлап, эшкә төштө. Баш балаһы һөйләшә башлаған мәлдә әрмегә алынды. Хеҙмәт иткәнендә контракт төҙөп, хәрби булып ҡалды. Килен ауылға ҡайтып әсәйемдәрҙә йәшәп торҙо. Унан уларға ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Аҙаҡ хәрби ипотекағаиркен, өс бүлмәле фатир алдылар. Өлкән улын, 7-се класты бөткәс, кадет мәктәбенә бирҙе. Быйыл Өфө эргәһенән ер алып, ял ваҡыттарында шунда ике ҡатлы өй төҙөү менән мәшғүл булды. Отпускы ваҡытында ла буш ятмай – берәй төҙөлөштә аҡса эшләй әле ул. Атай менән әсәйгә, беҙгә, ғөмүмән, туғандарға ярҙамы ҙур. Өр-яңы ВАЗ-14-се машина алып ике йыл да йөрөмәне, атай мәрхүмгә бүләк итте лә, үҙенә яңы машина алды. Атай нигеҙендәге бөтә эште, бар ремонт эштәрен ҡустым эшләп китә. Әсәй гемодиализға йөрөгәс, аяғын да ҡырҡтырғас, өйҙә бөтә шарттарҙы булдырҙы.
Быйыл сентябрҙә отпускыға ҡайтҡанында утын йүнләп йөрөгән – ауылдаштар килтереп ауҙарҙылар, рәхмәт төшкөрҙәре.
Беҙҙең ҡустыбыҙға ҡарағанда ла киленебеҙ аҡыллыраҡ – ирем нимә тиер, тип кенә тора. Ныҡ уңған, ярҙамсыл. Үҙ әсәһе яман сир менән ауырып ятһа ла, әсәйем ныҡлап ауырып киткәс, бөтә эшен, донъяһын, балаларын ҡалдырып, ҡәйнәһен ҡарарға ауылға ҡайтҡан кеше бит ул! Ул осор атайыма инсульт булып, Белоретта дауаханала ҡустым менән ята ине. Әсәйемде Өфө дауаханаһынан оҙатып ауылға алып ҡайтһынмы, саҡ ҡына ауырыһа, сабып килеп етһенме – киленебеҙгә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, һау ғына булһын. Бөрйән дауаханаһында сирле ҡайныһын ҡарап бер палатала ятты – туған айырмай, иренең һүҙен һүҙ итеп, беҙҙе хөрмәт итеп, үҙе хөрмәт-һөйөүгә төрөнөп йәшәй. Балаларын да туған йәнле, бер-береһенә ярҙамсыл итеп тәрбиәләй. Уларҙың ғаиләһендә атай һүҙе – һүҙ, закон, атаға ҡарата хөрмәт тәрбиәләнә. Баймаҡ ҡыҙынан уңдыҡ, ҡустым менән тиң, бәхетле йәшәһендәр инде!”- ти икән ҡайынбикә, ошондай баһаға лайыҡ килендәр күберәк булһын, тип теләргә генә ҡала.
Ете тапҡыр Чечен Республикаһында, Ҡабарҙы-Балҡарҙа оҙайлы командировкала булып өлгөргән “Физрук” МХО башланғас та ҡыҙыу нөктәлә, алғы һыҙыҡта.
Хәрби хеҙмәтен командованиеһы “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “ Өлгөлө хәрби хеҙмәт өсөн”, “Төньяҡ Кавказда хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән баһалаған.
“Физрук” тағы махсус хәрби операция үткәреү барышындағы бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Уның ғаилә архивында йәнә юғары профессионаллеге һәм оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн БР Өфө ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы һаҡлана.
Нәби сығышлы Баймаҡ ҡыҙына өйләнеп, инде 18 йыл бынамын итеп йәшәйҙәр, 3 балаға ғүмер һәм тәрбиә биргәндәр.
Өлкән улы Заһир – Өфө ҡала округы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө дөйөм белем биреү интернат-мәктәбендә 11-се класта уҡый, атаһы юлын ҡыуып, киләсәктә хәрби булырға әҙерләнә, Камила менән Рамазандары өй йәме булып үҫеп килә.
Тәүәккәлләгән таш ярыр, ти халыҡ. Мәҡәләм геройын бер генә һүҙ менән ҡылыҡһырларға була – тәүәккәл. Ошондай кешеләр тормошта маяҡ, терәк-таяныс була ла инде.

 

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: