Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Ноябрь 2023, 16:00

«Рәсәй армияһының бер өлөшө булыуым менән ғорурланам»

«Буря» позывнойлы Бөрйән егете хәрби хеҙмәтен үтәгәндә үк артабанғы яҙмышын контракт хеҙмәте менән бәйләргә ҡарар итә.

«Рәсәй армияһының бер өлөшө булыуым менән ғорурланам»
«Рәсәй армияһының бер өлөшө булыуым менән ғорурланам»

«Буря» позывнойлы Бөрйән егете хәрби хеҙмәтен үтәгәндә үк артабанғы яҙмышын контракт хеҙмәте менән бәйләргә ҡарар иткән. Сөнки хәрби тәртип, дисциплина уға оҡшап ҡала. Рәсәй армияһының бәләкәй генә бер өлөшө булыуым менән ғорурланам, ти ул. 2008 йылда, хәрби хеҙмәтен тамамлағас та, контракт төҙөп, Екатеринбург ҡалаһында эш башлай. 2022 йылдың ғинуарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыу бурысы йөкмәтелә.
-25 июлгә тиклем Херсон ҡалаһында булдыҡ. Мин фронт һыҙығында бәйләнеш өсөн яуап бирҙем - бәйләнеш ҡоролмалары урынлаштырылған хәрби КамАЗ автомобилен йөрөттөм. Машина эшләмәһә, бәйләнеш юғала. Шуға күрә ул һәр ваҡыт тоҡанған килеш булырға һәм бәйләнеш аккумуляторҙары зарядлы булырға тейеш. Сөнки бәйләнеш фронтта иң кәрәкле нәмәләрҙең береһе, тиһәң дә була. Төн булһынмы, таңмы, иптәштәребеҙ менән һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ. Берәй ерҙә ҡаты һөжүм башланһа, ундағы егеттәргә тиҙ генә ярҙам (подкрепление) ебәрәбеҙ. Үҙебеҙҙе лә шулай башҡа егеттәр ҡотҡарып алып ҡалған осраҡтар булды. Дуҫтың дуҫлығы яуҙа беленә, тиҙәр. Шөкөр, яуҙағы иптәштәребеҙ менән яҡын дуҫтарға әйләндек, бер-беребеҙҙе һаҡларға тырышабыҙ.
Хәрби операция башланғас, минең алда унда барырғамы, юҡмы тигән һорау торманы. Сөнки Тыуған илде һаҡлау беҙҙең төп эш, изге бурыс, - тине Заһир.
«Егеттәр бик мөһим эш башҡара һәм илебеҙгә ныҡ ярҙам итә. Ә беҙ яугирҙәребеҙ яҡлаулы булһын һәм үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Республика экипировка, тейешле техника, хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен өҫтәмә ярҙам саралары менән тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала», тип белдергәйне үҙенең бер сығышында республика башлығы Р. Хәбиров.
Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тейешле ярҙам сараларына ҡағылышлы һорауҙарға яуаптарҙы https://t.me/bashbat02/2236 чат-ботында табырға мөмкин.
Рәсәй Федерацияһы армияһына килешеү нигеҙендә хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу район мобиль пунктына, хәрби комиссариатҡа (Белорет ҡалаһы, Б. Хмельницкий урамы, 3/А, тел. 8 (347)923-41-02), республика һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефон: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итә ала.
Шулай уҡ 8(347)224-90-13 “ҡыҙыу линия” телефоны аша йәки 117, 122 һандары буйынса мобиль телефондан көн һайын 8.00 сәғәттән алып 20.00 сәғәткә тиклем консультация алырға мөмкин.

 

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: