Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Ноябрь 2023, 10:00

“Әгәр бер генә йәш батырҙың ғүмерен ҡотҡарһам да, мин был тормошта үҙ миссиямды үтәйәсәкмен”

«Пахан» псевдонимлы яҡташыбыҙ, байтаҡ йәштә булыуына ҡарамаҫтан, улы артынан махсус операцияға киткән.

“Әгәр бер генә йәш батырҙың ғүмерен ҡотҡарһам да, мин был тормошта үҙ миссиямды үтәйәсәкмен”
“Әгәр бер генә йәш батырҙың ғүмерен ҡотҡарһам да, мин был тормошта үҙ миссиямды үтәйәсәкмен”

Йөрәк саҡырыуы буйынса контрактҡа ҡул ҡуйған һәм илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн алғы һыҙыҡҡа юлланған. Улының алғы һыҙыҡта булыуын белә тороп, өйҙә ҡала алмаған ул. Яугир яңы урында тиҙ өйрәнеп китә.
Тормошон ҡырҡа үҙгәреүе тураһындағы уй-кисерештәрен бына нисек белдергән ул.
“Һәр кеше үҙенең ғүмер тауына үҙ тиҙлеге менән күтәрелә. 60 йәштән һуң күптәр тынысланып ҡала, үҙ яйына йәшәүен дауам итә. Ҡайһы берҙәренә ҡартлыҡ апатияһы һәм ғәҙәтилек килә - хужалыҡ, мал, диван, телевизор, “ҡасан пенсия?” һәм башҡалары. Кемдер үҙ-үҙен дауалау, шарлатандарға ышаныу, һауығыу эҙләү кеүек сиктәргә эләгә. Әммә башҡа ысул бар. Кардиналь.
Был афәт бөтә күңелһеҙ уйҙарҙы һәм ауыртыуҙарҙы һыпырып алды. Үҙ һуғышыма тиклем йәшәгәнем яҡшы. Кино постановкалары менән түгел, ә ысынбарлыҡ менән йәнеңде кирегә әйләндерәһең; намыҫыңды һәм дәрәжәңде яҡлау өсөн; командирҙарҙың бойороҡтарын ҡәтғи үтәү өсөн; ғаиләңде, халҡыңды, Ватаныңды һәм уның мәнфәғәттәрен батырҙарса яҡлау өсөн.
Тәүге төнгө походтарҙа осраҡлы адресаттарын эҙләгән пулялар шыбырлауы аҫтында, йыртҡыс “ҡоштарҙың” ҡысҡырыуын ишетеп, аяҡтарым һәм арҡам, ғөмүмән, бөтә тәнем ҡурғаш менән һуғарылып һыҙлағанда мине һунарсының уйҙырма фекере ҡотҡарҙы һәм тотоп торҙо: “Бына мин мышы итен йөкмәп китеп барам, туҡтарға ла, итте төшөрөргә лә ярамай, сөнки егерь йоҡламай, ит тә бысрана”.
Минең мейемдә тупланған бөтә кәрәкмәгән, дөрөҫ булмаған вирус файлдар ҡалдыҡтар кәрзине эсенә ташланды, яңыртылды. Үҙ теләгем менән ҡарар ҡабул итеүемә, 10 киломды ташлап, 30 йыл элек булған тормош тонусына кире ҡайтыуыма шатмын. Минең инде «ҡойолған ҡомом» йәнә монолитҡа әйләнде”.
Һәр ир-ат ағас ултыртырға, йорт төҙөргә, улын үҫтерергә һәм яугир булырға тейеш. Әгәр һин үҙеңдең ябай “минлегеңде” ашаҡлап үтергә, ауырлыҡтарға, мохтажлыҡтарға һәм фиҙакәрлеккә, һалдат ризығына, кейемеңде тән йылыһы менән киптерергә, файҙалы булырға, физик, психик һәм әхлаҡи яҡтан әҙер булһаң, йәштәргә йәшәү мөмкинлеге бир!”
Ошондай тойғолар менән йәшәгән, үҙ яйы менән барған тормошон үҙгәртергә көс тапҡан, илебеҙ именлеге өсөн ир-егеттәребеҙгә ярҙамға ынтылған яҡташыбыҙға ғәҙеллек өсөн көрәштә ныҡлы һаулыҡ, батырлыҡ һәм рух көсө теләйбеҙ.
Рәсәй Федерацияһы армияһына килешеү нигеҙендә хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу мобиль пунктына (Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, үҙәк сәхнә), хәрби комиссариатҡа (Белорет ҡалаһы, Б. Хмельницкий урамы, 3/А, тел. 8 (347)923-41-02), Өфөләге һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефон: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итә ала.
Шулай уҡ “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса көн һайын 8.00 сәғәттән алып 20.00 сәғәткә тиклем консультация алырға мөмкин: 8 (347) 224 90 13 йәки мобиль телефондан 117, 122.
Контракт хеҙмәт буйынса һорауҙарға яуаптарҙы https://t.me/bashbat02/2236 чат-ботында табырға мөмкин.

Автор:Әлфинә Юлсурина
Читайте нас: