-Осрашыуҙа район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы, "Ил һаҡсылары" фондының Бөрйән районы буйынса социаль координаторы Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы, социаль мәсьәләләр һәм торлаҡ программалары буйынса баш белгес Нурһылыу Рамаҙан ҡыҙы һәм Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Биктимер Зөфәр улы ҡатнашты. Осрашыуҙың маҡсаты хәрби опҽрацияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрҽнҽң тулы исҽмлҽгҽн туплау, килеп тыуған төрлө мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итеү, тҽйҽшлҽ дәүләт ярҙамдарын, льготаларҙы ҡулланыу буйынса асыҡлыҡтар индҽрҽү ине. Мобилизация сиктәрҽндә, ирҽкмән, контракт буйынса хҽҙмәт итҽүсҽ ҽгҽттәрҙҽң яҡындары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға белгестәрҙән төплө яуап алдылар. Ноябрь айында билдәләнсәк Әсәләр көнө уңайынан барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырылды һәм осрашыу сәй табыны артында дауам иттҽ, - тип хәбәр итәләр