-3 °С
Болотло
Аҡыллыға ишара, тигәндәй, оло кешеләр ни ым-ишара менән дә аңлай бит ул. Яуҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙгә сираттағы ярҙамға әҙерлек башланыуын ишеткәс, беҙҙең Килдеғол ауылынан 83 йәшлек инәй, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы Көмөшбаева Сәүҙә Муса ҡыҙы бер пар йөн ойоҡ һәм 1000 һум күләмендә аҡса тапшырҙы.
"Йөрәк йылыһы" акцияһына беренселәрҙән булып ҡушылған инәйебеҙгә сәләмәтлек теләп, яҡындарының, туғандарының, күрше-тирәләренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ҡыуаныс-шатлыҡтар кисереп йәшәүен теләйбеҙ.