Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
9 Ноябрь , 15:55

Яугир әсәһенә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды

Республиканың “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе урынбаҫары Рима Ғөбәйҙуллина махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Әбделмәмбәт егете – хәрби хәрәкәттәр ветераны, Генерал Шайморатов һәм “Ҡаһарманлыҡ” ордендары кавалеры, сержант Ғәлин Илшат Әсхәт улының әсәһе Ғәлина Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын тапшырҙы.

Яугир әсәһенә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды
Яугир әсәһенә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды

Бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән, илгә хәүеф янағанда Илшаты, ир-егетлек бурысын һәм намыҫын алға ҡуйып, иле өсөн ҡалҡан булған, үҙе лә намыҫ менән эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙына сәләмәтлек, оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы насип булһын. Һеҙ был миҙалға бик лайыҡлы Әсә!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в