-Шундай матур ял итергә форсат биргәндәре өсөн координатор Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы Көнәфинаға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ул беҙҙе “Яҡтыкүл” шифаханаһына МХО-ла йөрөгән егеттәргә бүленгән юллама менән ебәрҙе.
Ватаныбыҙға ҡурҡыныс янағанда алғы һыҙыҡҡа юлланған улдарыбыҙ имен генә йөрөп, һау ҡайтһындар. Илдә, донъяла тыныслыҡ булһын.
Улыбыҙ былтыр өлөшләтә мобилизация сиктәрендә юлланғайны хәрби операцияға. Шөкөр, ике тапҡыр ҡайтып, ял итеп китте.
Йәнә бынауында миҙгел алмашынған, көндәр йонсоу, ней ҡыш түгел, ней көҙ түгел мәлдә ауыл кешеһенә малын, донъяһын ҡалдырып китеү ҙә ҡыйын.
Беҙгә юллама тәҡдим итеүҙәрен ишеткәс тә күршеләребеҙ Ләлә апай менән Шәфҡәт еҙнәй: “Барығыҙ, ял итеп ҡайтығыҙ. Донъяғыҙ, малығыҙ өсөн ҡайғырмағыҙ, үҙебеҙ һәйбәт итеп ҡарарбыҙ”, - тинеләр.
Ял кемгә генә оҡшамаһын инде. Шул тиклем матур урында рәхәтләнеп ял итеп йөрөйбөҙ. Дауалары ла бик яҡшы. Беҙгә ошо мөмкинлекте биргән барлыҡ изге күңелле кешеләргә, ут күршеләребеҙгә ҙурҙан-ҙур рәхмәт, - тиҙәр Замановтар.
Ялығыҙ матур үтһен, улығыҙ имен-һау ғына әйләнеп ҡайтып, үҙегеҙҙе ҡыуандырып ҡына йәшәһен.