-26 °С
Болотло
Өфөнән пенсионер Дания Гәрәйшина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй. Ошо көндәрҙә ул ярҙамды Рәсәйҙең ирекле батальондар булдырыу буйынса үҙәк штабҡа илтеп тапшырған.
"Балаларыбыҙ Еңеү менән һау-сәләмәт булып ҡайтһын өсөн. Мин 20 пар йылы ойоҡ һәм 20 пар йөн бейәләй бәйләнем", — ти Дания Гәрәйшина.
Дания Лотфулла ҡыҙы Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн бик борсола һәм үҙенең ҙур булмаған өлөшө менән уртаҡ Еңеүҙе яҡынайтырмын тип өмөтләнә.
Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төркөмө мәғлүмәттәре һәм фотоһы файҙаланылды.