Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
8 Октябрь 2023, 13:00

Бөрйәндәр һынатмаҫ заттан

Бөрйән егеттәренең, шөкөр, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ниндәй шарттарҙа ир-егетлек бурысын үтәһәләр ҙә, яҡшаттары, дандары алдан йөрөй. Яңы Усманда йәшәүсе Гөлгөнә Бикбулатоваға ошо көндәрҙә улы Райман Камил улы Бикбулатов хеҙмәт иткән частән Рәхмәт хаты килеп төшкән.

Бөрйәндәр һынатмаҫ заттан
Бөрйәндәр һынатмаҫ заттан

«Һеҙгә ошондай тәртипле, тырыш һәм һәр яҡтан өлгөлө ул үҫтереүегеҙ өсөн рәхмәт! Райман беҙҙең частә хеҙмәт иткән осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте: хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәй, хеҙмәттәштәре өсөн өлгө булып тора,  часть һәм подразделение командованиеһы һәм иптәштәре араһында абруй менән файҙалана.

Райман һәр ваҡыт үҙенең иптәштәренә ярҙам итергә әҙер. Үҙенең өлгөлө хеҙмәте менән һеҙҙең улығыҙ ата-бабаларының хәрби традицияларына тоғрорлоҡ һаҡлай, үҙе хеҙмәт иткән частең хәрби әҙерлеген нығытыуға өлөш индерә – ошоноң менән Ватаныбыҙҙың оборона ҡеүәтен арттыра.

Райман кеүек итәғәтле ул үҫтереүегеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ – ул үҙенең ата-әсәһенең, халҡының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ә бар яҡтан үрнәк булыуы менән һеҙҙең мәртәбәне арттыра , яҡшы ул тәрбиәләгән ата-әсәнең  исемен аҡлай, баһаһын арттыра.

Ихтирам менән: 61424-се хәрби частең фатир-эксплуатация хеҙмәте начальнигы М.Ғабдуллина»,  тиелә хатта.

Афарин, Райман! Хеҙмәтеңде тултырып, имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: