Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
3 Октябрь 2023, 09:40

“Мәҡәләм еңеүселәр исемлегенә ингәс, өләсәйем өсөн шатландым”

Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө алдынан “Таң” гәзите редакцияһы тарафынан иғлан ителгән “Олатай-өләсәйҙәр менән йәмле донъялар!” интернет конкурсында өсөнсө урын алыусы Ҡолмәнбәтова (Вәхитова) Гүзәлиә Мөхәрләм ҡыҙына ла бүләген тапшырҙыҡ. Беҙҙе был Бөрйән ҡыҙының Вязьма ҡалаһына нисек барып эләгеүе ҡыҙыҡһындырҙы.

“Мәҡәләм еңеүселәр исемлегенә ингәс, өләсәйем өсөн шатландым”
“Мәҡәләм еңеүселәр исемлегенә ингәс, өләсәйем өсөн шатландым”

-Ирем, Әтек егете Ғәлинур, Воронежда хәрби академияла уҡыны. Өйләнешкәс, башта унда йәшәнек. Уҡып бөткәс, уны Смоленск өлкәһенең Вязьма ҡалаһына хеҙмәткә тәғәйенләнеләр.

Мин Өфөләге урман техникумын тамамлап, Аграр университетта уҡып йөрөй инем, ҡырға күсеп киткәс, унда ситтән тороп уҡыуға күстем. Әле сессияға ҡайтҡан мәлем.

Үҙем ҡул эштәре менән булышырға яратам, “тәмле” гөлләмәләр эшләйем.

Өләсәйем тураһындағы мәҡәләм еңеүселәр исемлегендә булғанға бик шатландым. Бигерәк тә өләсәйем өсөн. Өҫтәүенә, еңгән мәҡәләләр гәзиттә сыға икәнен белгәс. Сөнки 94 йәшлек өләсәйем интернетта ултырмай, ә гәзитте уҡый, - ти Гүзәлиә.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: