Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
25 Сентябрь 2023, 12:05

Бөгөнгө балалар ашаған ризыҡтар уларҙың төшөнә лә инмәгән бит...

Сабый ғына булып уйнап ҡына йөрөр саҡтарында ҡайһы тиклем ауыр эш башҡарған, тик тамаҡтары ашҡа, өҫтәре кейемгә йәлсемәгән алам-һолам ғына өҫ-башлы балалар төшөрөлгән ошо фотоны күргәс, йөрәк һыҙлап китте. Сөнки... үҙемдең ҡолонсаҡ ҡына булып иркәләп үҫеп килгән, тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә ҡосағыма сумып ҡына торған  ейәнемә 6 йәш. Аллаһ ҡына һаҡлаһын балаҡайҙарыбыҙҙы бындай ауырлыҡтарҙан... Фотоһүрәт икенсе төрлөрәк уйҙарҙы ла уятты. Ҡайҙа, кемдәр төшкән һуң фотола?

Бөгөнгө балалар ашаған ризыҡтар уларҙың төшөнә лә инмәгән бит...
Бөгөнгө балалар ашаған ризыҡтар уларҙың төшөнә лә инмәгән бит...

"Сибайзолото" артеленең  Түбә руда управлҽниҽһы эшселәре: 7 -12 йәшлҽк балалар. 1944 йыл”, тип яҙылған был фотоның аҫтына...

Бөгөн хатта бәғзе 18-20 йәшлек егеттәр ҙә “бәпәй” булып йөрөй. Икенсе берәүҙәр “эш юҡ” тип оран һала. Шул уҡ ваҡытта, төрлө эштәргә, ер ҡаҙыуға, нигеҙ цементлауға, өй күтәреүгә һәм башҡа шундай көс талап иткән эштәргә йәштәрҙе тыңлатып булмай, тигән хәбәрҙәрҙе йыш ҡына ишеткеләргә тура килә...

Бөгөн тәпәй баҫмаған балаларға хәтлем телефон ҡосаҡлап ултыра – ата-әсәләренә шулай уңайлы, сөнки ул саҡта сабыйҙары уларға үҙҙәренә виртуаль киңлекте “гиҙергә” ҡамасауламай. Ә телефондың ул балаларҙың мейеһенә нисек тәьҫир итеүе тураһында уйлап та бирмәйҙәр...

 Йәштәр хаҡында әйтергә лә түгел. Улар шул донъяла йәшәй. Хатта шундай ғаиләләрҙе күргән бар: атай менән әсәй барлыҡ эштәрҙе үҙҙәре башҡара,  картуф, йәшелсә сәсә, уларҙы ҡарай, йыйып ала, бесән эшләй, мал ҡарай, ә балаларын тыңлата алмайҙар... Телефондарынан күҙҙәрен алмай ғына эш башҡарған кешеләрҙе лә күреп йөрөйбөҙ. Ә улар ашаған ризыҡтар бынау балаларҙың төштәренә лә инмәгән бит.

Заман башҡа – заң башҡа, тиер кемдәрҙер. Ләкин һәр заманда ла эш белгән кешегә хөрмәт, ихтирам булған һәм бар... Уйландыра...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: