Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Май 2023, 12:00

Урал аръяғы райондары пограничниктары йыйылды

Бөгөн Бөрйәндә сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының слеты уҙа.

Урал аръяғы райондары пограничниктары йыйылды
Урал аръяғы райондары пограничниктары йыйылды

Яҡынлашып килгән Сик һаҡсылары көнө уңайынан ойошторолған байрам һәм спорт сараһына Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары командалары йыйылды.

Күрше райондарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, район мәҙәниәте һарайы биләмәһендәге стелалар янында митинг үтте, сик буйы ғәскәрҙәренә арналған стелаға веноктар һалынды.

Сарала район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева, район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев ҡатнашты.

-Тарихҡа байҡау яһаһаҡ, беҙҙең башҡорт халҡы ғүмере буйы үҙ иленең сиген һаҡлап йәшәгән. Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас, уның көнсығыш сиктәрен баҫҡынсыларҙан һаҡлауҙы бурыс итеп алған. Башҡорт батырҙары үҙҙәрен ҡыйыу, тоғро ғәскәр итеп белгертә. Бөгөнгө көндә лә егеттәребеҙ Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫлы үтәп ил сигендә торалар. Һеҙ ҙә сик буйҙарында илебеҙҙе һаҡлап хеҙмәт иткәнһегеҙ. Һәр ваҡытта ла шулай ҡыйыу, берҙәм, батыр булып ҡалығыҙ, - тине Ғәзиз Миңлеәхмәт улы һәм сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, байрамдары менән тәбрикләне, ярыштарҙа уңыштар теләне.

Килгән ҡунаҡтар район мәҙәниәт йорто артистарының, сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының сағыу концертын ҡараны.

Көндөң икенсе яртыһында улар «Ағиҙел» лагеры биләмәһендә төрлө спорт ярыштарында көстәрен һынап ҡараясаҡ.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: