Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Апрель 2023, 20:00

Ил саҡырһа, ир әҙер!

Кешелек тарихына ҡара хәрефтәр менән уйылған Чернобыль АЭС-ындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүгә юлланған яҡташтарыбыҙ араһында Брәтәк ауылынан Ғүмәров Сәғит Ғәле улы ла бар.

Ил саҡырһа, ир әҙер!
Ил саҡырһа, ир әҙер!

1962 йылда Брәтәк ауылында донъяға килгән ул. Ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжына юллана.

1981 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, дипломлы белгес булып сыға. 1981-1983 йылдарҙа Ватан алдындағы ир-егетлек бурысын үтәп, Амур өлкәһендә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Һалдат бутҡаһын ашап, ир ҡорона тулып ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә егет. 1986-1989 йылдарҙа Аҫҡар мәктәбендә балаларға белем бирһә, 1989-2015 йылдарҙа тыуған ауылы мәктәбендә хәрби әҙерлек буйынса етәксе булып эшләй.

1986 йылда Башҡортостан вуздарынан 52 студентты студент отряды составында Чернобыль аварияһы эҙмтәләрен бөтөрөшөргә ебәрәләр.

“ Июнь-сентябрь айҙарында БДПИ-нан – 6, БДУ-нан – 10, медицина институтынан – 10, ауыл хужалығы институтынан - 4, тағы ҡалған вуздарҙан күпмелер – йәмғеһе 52 кеше киттек. Киев өлкәһенең Макаров районы Королевка ҡасабаһында мәктәп өйөнә урынлаштыҡ. Студент отряды өйҙәр төҙөүҙә, радиация ҡалдыҡтарын Киевтағы зыяратҡа ташыуҙа ҡатнашты”, - ти Сәғит ағай, алыҫ студент йылдарын хәтерләп.

Хәләле менән ике ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, ике ҡыҙына ла юғары белем алырға ярҙам итеп, фатихалап оло тормош юлына сығарғандар Ғүмәровтар. Хәҙер ҡыҙҙары башлы-күҙле, Сәғит ағай менән ҡатыны инде ейән-ейәнсәрле булғандар.

Ғүмере буйы мәктәптә балаларға белем һәм тәрбиә биргән педагог күптән инде хаҡлы ялда. Тыныс һәм имен тормоштоң ҡәҙерен белеп, ғаиләһенә терәк-таяныс, балаларына арҡа булып, ейән-ейәнсәрҙәре солғанышында бәхет-шатлыҡ кисереп, йәшәргә лә йәшәргә яҙһын ветеранға!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: