Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
25 Апрель 2023, 08:35

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларына 4 миллиард һумдан ашыу бүленгән

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте. Тулыраҡ – артабан.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларына 4 миллиард һумдан ашыу бүленгән
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларына 4 миллиард һумдан ашыу бүленгән

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте.

«Әлеге ваҡытта хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса бөтә саралар ҙа билдәле бер тәртиптә ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн бюджет аҡсаһының дөйөм күләме 4 миллиард һумдан ашып китә», — тине вице-премьер.

Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора, тип билдәләне ул. Был эш бөтә йүнәлештәр буйынса ойошторолған, барлыҡ власть органдары һәм муниципалитет хакимиәттәре йәлеп ителгән.

Лира Иғтисамова әйтеүенсә, әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 3 мең балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 2,4 мең 5-11 класс уҡыусыһы һәм 500-ҙән ашыу колледж студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Ике меңгә яҡын бала түңәрәктәрҙә бушлай шөғөлләнә, 300-гә яҡыны шифахана-курортта дауалана. Шулай уҡ хәрбиҙәрҙең балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй.

«Ирекмәндәр әүҙем. Мәҫәлән, «Беҙ бергә» төбәк штабының эше барышында психологик, юридик һәм хужалыҡ-көнкүреш ярҙамы мәсьәләләре буйынса 3 меңдән ашыу ғариза әҙерләнгән», — тип яңы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы ул.

М.Шайморатов исемендәге ирекмән штабтарының да эше дауам итә. Бөгөн Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һәм Нефтекамала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йәһәтенән ошондай өс үҙәк эшләй. Өфөлә шундай үҙәк асыу буйынса эш бара.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-24/respublikala-mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashyusylar-a-yar-am-saralaryna-4-milliard-umdan-ashyu-b-leng-n-3232415

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: