Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
19 Апрель 2023, 14:20

Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, ти яугир...

Байназар урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары, ошо мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы, әлеге ваҡытта Ватан һағында булыусы һалдат менән осрашыу үткәрелгән. “Шуныһы ҡыуаныслы, осрашыуҙа бигерәк тә егеттәр, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алып, киләсәктә тормош юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләк белдерҙеләр”, тип хәбәр итәләр Байназар урта мәктәбе төркөмөндә.

Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, ти яугир...
Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, ти яугир...

Байназар урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары, ошо мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы, әлеге ваҡытта Ватан һағында булыусы һалдат Й. Әлибаков  менән осрашыу уҙғарылған. Залға уҡытыусылар, уҡыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар инеп ултырғас, экранда тетрәндергес видео күрһәтелде. Махсус хәрби операция барышы тураһында ине ул. Һалдат менән осрашыу кисәбеҙ шулай башланып китте.

Осрашыу барышында ауылдашыбыҙ һүҙ алып:
–Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта, – тине.
Шуныһы ҡыуаныслы, осрашыуҙа бигерәк тә егеттәр, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алып, киләсәктә тормош юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләк белдерҙеләр. Уларҙы бөгөнгө һалдат тормошо ҡыҙыҡһындыра ине. Шулай булырға тейеш тә. Сөнки үҙҙәрен дә киләсәктә әрме хеҙмәте көтә бит. Йәлил Хәйҙәр улы барыһының да һорауҙарына ҡыҫҡа һәм теүәл яуап бирҙе.

Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын, барлыҡ ир-егеттәргә лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Әйткәндәй, Байназар мәктәбе коллективы һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыу акцияһында ла ҙур теләк менән ҡатнаша.

 

Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, ти яугир...
Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, ти яугир...
Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, ти яугир...
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: