Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Апрель 2023, 09:35

Республиканың Күп функциялы үҙәгендә (МФЦ) контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин

Хәҙер Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында  контракт буйынса һәм ирекле батальондарҙа хәрби хеҙмәт мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә мөмкин. Тәғәйенерәк – артабан.

Республиканың Күп функциялы үҙәгендә (МФЦ) контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин
Республиканың Күп функциялы үҙәгендә (МФЦ) контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин

Белгестәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу өсөн талаптар, килешеү төҙөү ваҡыты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тейешле түләүҙәр, льготалар тураһында һәм башҡа мәғлүмәттәр бирә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша ғариза бирергә ярҙам итә. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк.

Беҙгә күп функциялы үҙәктең матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу бар, ул арта ғына. Шәхси консультацияларҙан тыш, ир-егеттәр төп һорауҙарға яуаптар яҙылған листовкаларҙы теләп ала. Бер аҙна эсендә биш меңгә яҡын дана таратылған. Ведомство тағы ла буклеттарға заказ биргән.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-14/respublikany-k-p-funktsiyaly-gend-kontrakt-he-m-te-m-s-l-l-re-buyynsa-konsultatsiya-alyr-a-m-mkin-3220607

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: