Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Апрель 2023, 11:00

Районда мобиль пункт асылды

Иҫке Собханғолда граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү буйынса мобиль пункт эшләй башланы. Мобиль пункт палаткаһы район мәҙәниәт һарайы янындағы үҙәк сәхнәлә урынлашҡан.

Районда мобиль пункт асылды
Районда мобиль пункт асылды

Бында контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған граждандар хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү шарттары, кәрәкле документтар йыйыу, түләүҙәр һәм социаль гарантиялар тураһында мәғлүмәт ала ала.

-Беҙҙең бурыс – килешеү нигеҙендә хеҙмәт итергә теләүселәргә дөрөҫ мәғлүмәт еткереү, йүнәлеш биреү, аңлатыу һәм ярҙам итеү. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләгән егеттәр артабан хәрби комиссариатҡа йүнәлтелә, - тине район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев.  

Мобиль пунктта граждандарҙы график буйынса тәғәйенләнгән белгестәр ҡабул итәсәк.

Контракт менән хәрби хеҙмәт тураһында ҡыҙыҡһыныусылар өсөн түбәндәге телефон һандары эшләй:

122,  +7 (347) 218-19-19,  +7 (347) 248-29-31.

Башҡортостан халҡы был темаға тиҙ генә яуап алһын өсөн Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡтарҙың һәм дәүләт комитеттарының, Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты менән берлектә чатботтар эшләне:

https://t.me/contractRBBot 

https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Был сервистар тиҙ арала мәғлүмәт алырға ярҙам итә һәм һорауҙар ҡалһа, халыҡҡа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген әйтә.

Районда мобиль пункт асылды
Районда мобиль пункт асылды
Районда мобиль пункт асылды
Районда мобиль пункт асылды
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: