Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Апрель 2023, 08:45

Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!

-“Йәшәү дәрте арта күңелемдә, йөрәгемдә моңдар яралһа!” мәрхәмәтлелек концертын 7 ауыл мәҙәниәт йортонда уңышлы ҡуйып ҡайттыҡ. 25 мартта Байназар ауылында башлап ебәргәйнек, унда 10000 аҡса йыйылды. Концертта ҡатнашҡан ижадташ дуҫтар дәрт итеп күрше ауылдарға барайыҡ тип ниәт итеп, Мораҙымда 5500, Мәһәҙейҙә 6000, Яуымбайҙа 3500, Яңы Монасипта 5000, Ғәлиәкбәрҙә 7000 һәм Килдеғолда 6500 йыйып тулайым 43500 һумды СВОла ҡатнашҡан район ир-егеттәренә ярҙамға күсереп ҡуйыуға өлгәштек, - ти Айрат Баязитов. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!
Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!

“Бөтә яҡтан яҡшы эштәргә йүнәлтеүсе әсәйемә, туғандарға: Азамат ағай, Айһылыу апай, Рәсимә еңгәй, Гөлназ һеңлемә, концертты музыкаль яҡтан биҙәүсе тауыш операторы Урал Ниязғолов, үҙе талантлы йырсы Артур Назмутдинов, Байназар ауылы биләмәһе Ветерандар Советы рәйесе Сәғит Алтынбаевҡа, презентация, афишалар менән ярҙам итеүсе Айгүзәл Уразаеваға, Булат Тимерғәлиевҡа, йылы алҡыштар менән ҡаршы алған хөрмәтле тамашасыларға ҙур рәхмәт.
Бер концерттан да ҡалмай ҡатнашҡан “Ағиҙел тулҡындары” инструменталь ансамбле сараға дәрт, дарман өҫтәне: Дилара Иманғолова, Вәдүт Алтынбаев, Әлфир Хәсәнов, Фаил һәм Рәмзиә Үтәбаевтар, Әнүзә Ибраһимова, Әлфирә Сөләймәнова, Зәлиә Тулыбаева, оҫта ҡурайсы Ғәзим Ғәлиуллин һәм һүҙ остазы, ансамбльдың етәксеһе Нажия Ишҡыуатова.
Дәррәү коллектив йыйылды, кәрәк саҡта үҙҙәренең машиналары, үҙ юлы менән дә ихлас күңелдән барып ҡатнаштылар.
Тамашасы йылы алҡыштар менән ҡаршы алған Республика бейеү конкурстары лауреты Дилбәр Хәкимованың сығышы концертҡа дәрт өҫтәне.
Концертты сағыу йырҙар менән биҙәнеләр моңло йырсылар Таңһылыу Нурғәлинә, Мәйсәрә Миндиғолова һәм Садиҡа Вәлиева.
Ауылдар буйлап турҙарҙа йөрөгән осорҙа йәм өҫтәп өр яңы “Моңло шишмә” ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле барлыҡҡа килде.
Мөмкинселектәре булғанда алыҫ араларҙы яҡын итеп ҙур теләк менән ҡатнаштылар Республика конкурстары лауреаттары баянсы, ҡурайсы, йырсы композитор Хәйҙәр Нәҙершин һәм оҫта бейеүсе Фәнис Үтәбаев.
Сараның һәр бер өлөшөнә тура килтереп шиғыр, матур һүҙҙәре менән биҙәне Нурзилә Исмәғилева. Үҙенең машинаһы менән музыкаль апаратура алып барышты Фәтих Миндиғолов. Шуныһы ҡыуаныслы, сараны хуплап, һәр яҡтан ярҙам иттеләр район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы, мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Мөнир ҡыҙы, Ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улы, юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы мөдире Руслан Рафиҡ улы һәм район етәкселәре. Бөтә ауылда ла яҡты йөҙ, тәмле ризыҡтары менән ҡаршы алдылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Ошо концерттарҙы ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдарығыҙ өсөн һәммәгеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең һәр бер изге эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын! Оҙон ғүмер, шатлыҡ, ҡыуаныстар теләйем!
Махсус операциялағы ир-егеттәр имен-һау ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар!” – ти, ҡыуанып, Айрат Роберт улы.

Афарин, райондаштар! Беҙ һеҙгә һоҡланабыҙ!

Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!
Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!
Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!
Концерттар ҡуйып, МХО өсөн (СВО) 43 500 һум аҡса йыйғандар!
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: