Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
13 Апрель 2023, 11:30

Рәсәйҙә көҙ көнө хәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтимал

Нимә ул хәрби иҫәп реестры? Яуап – артабан.

Рәсәйҙә көҙ көнө хәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтимал
Рәсәйҙә көҙ көнө хәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтимал

Аныҡ дата һуңғараҡ билдәләнә. Башланғыстың төп маҡсаты — хәрби иҫәптә торған граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу һәм актуалләштереү, тип билдәләне илдең һанлы үҫеш министры. Хәҙер хәрби комиссариаттарға ғаилә хәленең, прописканың, эш, белем биреү урынының үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт биреү талап ителмәй. Бынан тыш, эш биреүсе йәки уҡыу йорто Дәүләт хеҙмәттәре аша йыллыҡ отчеттар ебәреүгә күсә ала.

Бынана алдараҡ «Башинформ» Дәүләт Думаһының аҙаҡҡы уҡыуҙа электрон повесткалар тураһында закон проектын раҫлауы хаҡында яҙғайны.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-13/r-s-y-h-rbi-i-p-reestryny-k-k-n-eshl-y-bashlauy-ihtimal-3218201

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: