+17 °С
Болотло
Мәктәптә "Батыр даны - мәңгелек" тигән мөйөш асылды. Унда бай йөкмәткеле стенд ҡуйылған, "Герой партаһы" урынлаштырылған. Хәтер мөйөшөн асыу хоҡуғы Ғәлинурҙың атаһы Нурғәле Исхаҡ улына һәм район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитовҡа бирелде.
Сарала ҡатнашыусылар Ғәлинур тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уҡыусыларҙы илһөйәр булып үҫергә өндәне.
Батыр егеттең апайы Мәүсилә: "Унһың килгән яҙ... Ғәлинурҙың бөгөн тыуған көнө. Ул тыуған йылда яҙ шул тиклем матур килде, Алағуяндың шаулап аҡҡаны өйгә тиклем ишетелеп торҙо, урамда саң борҡоп тора ине", - тип иҫтәлектәре менән бүлеште һәм ошондай сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе.