Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Апрель 2023, 15:45

Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты

Сәй табыны артында ойошторолған осрашыуға егеттәр ғаиләләре менән килде.

Район хакимиәте башлығы махсус  хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты
Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты

 Унда шулай уҡ Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары А. Дәүләтбирҙин, район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева, район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов хәрбиҙәрҙең хәлдәрен һорашты, хәрби операция зонаһындағы йәшәү шарттарын белеште, яугирҙәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, район етәкселеге һәм  халыҡ тарафынан ойошторолған гуманитар ярҙам тураһында һөйләне.  Егеттәр  үҙҙәре өсөн тағы ла нимәләр кәрәклеген билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, районда Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Унда гуманитар һәм аҡсалата ярҙам йыйыу даими алып барыла. Мобилизацияға эләккән егеттәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙам булдырылған, бөтә ғаиләләр ҙә был ярҙам менән ҡуллана, тип белдерҙе Венера Фәрит ҡыҙы.

Ялға ҡайтҡан егеттәр 15 апрелдә махсус хәрби операция зонаһына кире юлланасаҡ. Оҙатыу иртәнге 8 сәғәттә район хакимиәте алдында уҙасаҡ.

Хәйерле, имен юлдар һәм  иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын уларға.

Район хакимиәте башлығы махсус  хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты
Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: