Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Апрель 2023, 21:30

Патриотик йырҙар яңғыраны

Район мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүгә арналған «Башҡорт яҙы» концерты уҙҙы.

Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны

Рәсәйҙә, Башҡортостанда Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә халыҡ тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелә - гуманитар ярҙам ебәрелә, акциялар, патриотик саралар уҙғарыла. Шундай сараларҙың береһе - республика буйлап ойошторолған «Башҡорт яҙы» концерты. Яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүгә арналған концертта Республиканың билдәле артистары ҡатнаша. Был байрам берҙәмлекте күрһәтә, унда ҡатнашусылар Ватанды һаҡлаусыларға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.
7 апрелдә "Башҡорт яҙы" концерты Бөрйәндә уҙғарылды.
Концертта ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов һәм «Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ йыйылышы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Илдар Исхаҡов сәләмләне.
Концертта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Нәзифә Ҡадырова, яҡташыбыҙ Әлфиә Юлсурина, Ғәле Алтынбаевтар ҡатнашты.
Тамашасылар алдында шулай уҡ район артистары, халыҡ вокаль, бейеү ансамблдәре сығыш яһаны.
Илһөйәрлек рухында, Тыуған ил, һөйөү хаҡында яңғыраған йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде, сығыштар көслө алҡыштарға күмелде.

Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Патриотик йырҙар яңғыраны
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: