Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Март 2023, 10:25

Өс дуҫ СВО-ға ебәрергә машина һатып алған

Халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, изге күңеллелеге ҡыуандыра.

Өс дуҫ СВО-ға ебәрергә машина һатып алған
Өс дуҫ СВО-ға ебәрергә машина һатып алған

Асҡын районында йәшәүсе өс дуҫ үҙ аҡсаларына СВО-ға ебәреү өсөн “Нива” маркалы автомобиль һатып алған.

Улар райондың Ҡашҡа ауылынан Рәсүл Зиннәтуллин, Ришат Лотфуллин һәм Ришат Фәйезов.

-Беҙ өсөбөҙ класташбыҙ, өс дуҫбыҙ. Алғы һыҙыҡта булған егеттәр менән даими рәүештә бәйләнеш тотабыҙ, һөйләшеп торабыҙ. Улар машина кәрәклеген әйткәйне, - тип һөйләгән Рәсүл Зиннәтуллин.

Райондың Ҡубыяҙ ауылынан фермер Рәдиф Ғарифуллин да махсус операцияла ҡатнашыусыларға “УАЗ” маркалы автомобиль һатып алған.

Ике техника ла мобилизацияланған яҡташтарының теләге буйынса буялған, махсуслаштырылған. Транспорт саралары аҙыҡ-түлек ташыу өсөн ҡулланыласаҡ.

(Мәғлүмәттәр асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: