Бер ай буйына алмашлап хәрби дежурҙа торалар. Дежурствола өс ракета установкаһында 6 ракета менән торғандар.
-8 сәғәт һайын алмашлап дежур иттек. Көнөнә бер тапҡыр йылы аш, ә башҡа ваҡытын ҡоро паёк менән туҡландыҡ. Кейемде сисмәй йоҡланыҡ, бер ай мунса булманы, йәйгеһен ямғыр һыуында йыуына торғайныҡ. Тәртип бик ҡаты булды. Ракета установкаһынан 5-6 метрға ла ситкә китергә ҡушылманы. НАТО самолёттары көнөнә 2-3 тапҡыр ГДР-ҙың һауа сиген боҙоп, эскә инеп, кире боролоп ҡаса торғайнылар (беҙ уларҙың провокацияһын “бесәй – сысҡан” уйыны тип атай торғайныҡ). Бәхеткә күрә, ракета менән самолёттарҙы атыу осраҡтары булманы, - тип иҫкә ала олатайым.
Ҡеүәтле яңы техниканы яҡшы үҙләштергәне өсөн уға 1-се класлы белгес исемен бирәләр. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн олатайымдың фотоһы бер йыл буйына хәрби частең “Почёт таҡтаһында” тора. Һалдаттар араһында агитатор, частә комсомол секретары итеп һайлана. Олатайым үҙ аллы немец телендә һөйләшергә өйрәнә. Бер йыл Герман - Совет дуҫлығы - "Freundschaft" ағзаһы була. Һөҙөмтәлә, олатайымдың Германияның күп ҡалаларында, концерттарында, спорт ярыштарында, музейҙарҙарында булыу мөмкинлеге була. Веймар ҡалаһындағы майҙанда урынлашҡан Ратушала атылған уҡ эленеп тора.
-Экскурсовод ошо уҡты ҡырағай халыҡ атҡан, тип һөйләгәйне. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Наполеон ғәсҡәрҙәрен ҡыуып барыусы башҡорт яугирының атҡан уғы икәнен белдем, - тип иҫләй олатайым.
Олатайым бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә, һунарға йөрөй. Хәрби частә йүгереү, автоматтан атыу, хәрби ҡаршылыҡтарҙы үтеү буйынса гел 1-се урында булған. Еңел атлетика буйынса 1-се разряд, ҡаршылыҡтарҙы үтеү - 2-се, хәрби спорт комплексы буйынса 1-се разряд спортсмены булған. Олатайым 60 йәшендә лә районда үҙ тиҫтерҙәре араһында үткәрелгән ярыштарҙа 1-се, 2-се урындарҙы ала торғайны.
Яҡшы хеҙмәте өсөн тыуған яғына отпуск менән бүләкләнә һәм ата-әсәһенә, район военкоматына рәхмәт хаттары яҙыла. Отпусканан кире хәрби часкә китеп барышлай, Брест ҡалаһында Мемориаль комплексты асыу тантанаһында ҡатнаша. “Музейҙың иҫтәлек китабына башҡорт телендә үҙемдең тьәҫораттарымды яҙып, ҡултамға ҡуйып киттем”, тип хәтерләй олатайым.
Олатайымдың дүрт ҡустыһы ла армия сафында хеҙмәт иткәндәр. Хәҙерге көндәрҙә олатайҙың ҡустыһы Рәжәп бабайҙың улы Таһир ағайым Украинала барған махсус операцияла ҡатнаша.
Олатайым армиянан ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университеның география факультетын тамамлап, уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 14 йыл мәктәп директоры, 17 йыл мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары, һуңғы йылда мәғариф бүлеге етәксеһе булып эшләп 67 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Өләсәйем Гүзәл дә 40 йылдан ашыу рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Минең шундай олатайым булыуына ныҡ ғорурланам.
Ильяс Үҙәнбаев, 7-се класс уҡыусыһы.