Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Февраль 2023, 10:55

"Атайым да һалдат булған"

ИҒТИБАР, КОНКУРС!23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Бөрйән районында йәшәүселәр араһында «Атайым да һалдат булған» исемле конкурс иғлан итәбеҙ. Йәш сикләүе юҡ.

Бәйгенең шарттары ябай: 22 февралгә тиклем беҙҙең төркөмгә атайығыҙҙың (йәки ағайығыҙҙың, олатайығыҙҙың) әрмелә төшкән фотоһын һәм уның хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән ҡотлау (хәтирә, иҫтәлек) яҙып ебәрергә генә кәрәк.

Конкурс бөгөндән башлана, эштәр 22 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Иң үҙенсәлекле яҙмалар иҫтәлекле бүләктәр һәм «Таң» гәзитенең Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланасаҡ.

"Атайым да һалдат булған"
"Атайым да һалдат булған"
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: