Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Ғинуар 2023, 08:45

Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә аҡса түләнәсәк

Башҡорт Радий Хәбиров Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә  аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Күпме түләнәсәк һәм кемдәргә түләнә? 

Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә аҡса түләнәсәк
Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә аҡса түләнәсәк

Башҡортостандан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум түләй. Республика Башлығы М.Шайморатов, А. Доставалов һәм С. Юлаев исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренә социаль ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

- Беренсе контрактҡа ҡул ҡуйғанда 200 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү бар ине. Мәсьәләне өйрәнгәндән һуң ғәҙел ҡарар ҡабул иттек, ул барыһын да тигеҙләй. Әгәр ирекле батальон яугире алғы һыҙыҡта 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең түләй, тағы 180 көн хеҙмәт итһә, республика йәнә 200 мең бүлә. Указға ҡул ҡуйҙым. Хөкүмәттән был эште тиҙ арала ғәмәлгә ашырыуҙы һорайым, — тине Радий Хәбиров.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-01-23/radiy-h-birov-bash-ortostandy-irekle-batalondary-h-rbi-ren-200-me-um-a-sa-t-l-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-3116001 

 

Автор:
Читайте нас: