Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Ғинуар 2023, 08:55

Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!

Иҫке Монасип ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар советы мобилизацияланған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам ойошторған. Кемдәр ойошторған һәм ҡатнашҡан һуң был изге эштә? Тулыраҡ мәғлүмәт һәм фотолар – сайтта.

Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!

Ҡышҡы һыуыҡтарҙа өйөңдөң йылы булыуы бик мөһим. Ә йылылыҡ сығанағы булған өйҙәге усаҡты һүндермәй тотор өсөн утыны ла кәрәк.
Утын алдырыу, бысып-ярыу ҙур ғына мәшәҡәт тыуҙыра. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн икеләтә.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Иҫке Монасип ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар советы мобилизацияланған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам ойошторған. Кемдәр ҡатнашҡан һуң был изге эштә?

-Атап әйткәндә, Көнафина Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙына, (улы Ильяс), Әхмәтшина Айгүзәл Салауат ҡыҙына (тормош иптәше Рифат) ярҙам күрһәтелде.
Утындарҙы алып килеп, бысыуҙы Р. Көнафин, Д. Ҡотлобаев, А. Баймырҙин, Ф. Әмирханов, Р. Көнафин, Ф. Көнафин, Д. Әйүпов һәм Р. Баймырҙиндар башҡарһа, ярып-өйөүҙә З. Вәлиев, Р. Йомағолов , Д. Йомағолов, И. Хәлитов, А. Буранов, А. Көнафин, Й. Көнафин, Р Хәлитов, Р. Баймырҙин, Р. Әхмәтшин, Р. Абдуллин һәм Ф. Юлдашевтар ихлас тырышты.
Бар эштәрен ташлап, ярҙамға килеүсе ир-егеттәргә үҙебеҙҙең һәм Хәҙисә Хәлфетлин ҡыҙы , Айгүзәл Салауат ҡыҙы исеменән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ! – тип хәбәр итәләр Иҫке Монасипа уыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Берҙәмлектә – бәрәкәт! Ауылы берҙең - ҡәүеме бер!

Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Иҫке Монасипта мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам иткәндәр!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: