Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Ғинуар 2023, 16:55

Эшҡыуар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн УАЗ машинаһы һәм мунса биргән!

Кем һуң ул изге күңелле районыбыҙ эшҡыуары? Ирекмәндәр тағы ла бер мунса әҙерләп йөрөй. Ләкин райондаштарҙан ярҙам талап ителә. Ниндәй ярҙам һуң ул? Был турала тулыраҡ – сайтта.

Эшҡыуар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн УАЗ машинаһы һәм мунса биргән!
Эшҡыуар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн УАЗ машинаһы һәм мунса биргән!

Махсус операцияла ил именлегенә ҡалҡан булып йөрөүсе ир-егеттәребеҙ өсөн райондашыбыҙ, шәхси эшҡыуар Йәлил Ҡасимов ҙур ғына бүләк яһаған - УАЗ (фермер) машинаһы һәм күсмә мунса тапшырған.

-Мобилизацияланған егеттәргә икенсе мунсаны эшләп ебәрергә материалдар тулмайыраҡ тора. Әлеге ваҡытта каркасҡа металл булды, мейес эшләп биреүсе бар, уазиктың рамы табылды, тәгәрмәс булды. Стеналарына кубометр ярым 25-30-лыҡ, иҙәненә ярты кубометр ҡоро 50-лек таҡта кәрәк. 4 м оҙонлоҡта. Кипкән таҡта булһа, яҡшыраҡ. Теләгегеҙ һәм таҡтағыҙ булһа, Олег Марсовичҡа яҙығыҙ.

Әйткәндәй, райондашыбыҙ Юлдаш Йомағужин егеттәргә 3 литрлыҡ менән 2 һауыт бал бирҙе! Хоҙай Тәғәлә үҙеңә лә һаулыҡ бирһен, эшең уң булһын!
Бына бит бар ул арабыҙҙа изге күңелле кешеләр! – тип хәбәр итә ирекмән Гөлнара Вәлит ҡыҙы Хәкимова.

Эшҡыуар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн УАЗ машинаһы һәм мунса биргән!
Эшҡыуар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн УАЗ машинаһы һәм мунса биргән!
Эшҡыуар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн УАЗ машинаһы һәм мунса биргән!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: