Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
22 Декабрь 2022, 16:15

Армияға саҡырыу йәше үҙгәреүе ихтимал

Рәсәй Президенты В. Путин Оборона министры Сергей Шойгуның Ҡораллы көстәр структураһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы тәҡдиме менән риза булыуын белдерҙе. Тәғәйенерәк – сайтта.

Армияға саҡырыу йәше үҙгәреүе ихтимал
Армияға саҡырыу йәше үҙгәреүе ихтимал

Шойгу армияға саҡырыу йәшен этаплап 18 йәштән 21 йәшкә тиклем күтәреү тәҡдимен индерҙе. Шулай уҡ армияға саҡырыуҙың һуңғы срогын да 30 йәшкә тиклем күтәрергә кәрәклеген белдерҙе.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта булған хәрби берләшмәләрҙе яңы форматҡа күсереү һәм яңыларын төҙөү фарызлығы хаҡында ла әйтте.

Бында һүҙ, тәғәйен алғанда, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендәге , шулай уҡ флоттағы көстәр хаҡында бара. Оборона министры хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын миллион ярымға тиклем еткереү тураһында ла һүҙ алып барҙы. Уның фекеренсә, шуның 695 меңен контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр тәшкил итергә тейеш.

(Мәғлүмәттәр һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: