Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
5 Декабрь 2022, 14:25

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә яңы ярҙам саралары күрһәтелә

Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе. Был ярҙам нимәнән ғибарәт һуң?

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә яңы ярҙам саралары күрһәтелә
Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә яңы ярҙам саралары күрһәтелә

Башҡортостан Башлығы мобилизацияланғандарға, уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына, шулай уҡ колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән балаларына (23 йәшкә тиклем) бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һум тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

«Бына бер нисә ай инде мобилизацияланған егеттәребеҙ сит ерҙә. Улар Яңы йыл байрамдарын ғаиләһенән алыҫта билдәләргә мәжбүр. Бының өсөн бюджетҡа аҡса һалдыҡ. Был тап Яңы йылға. Беҙҙең бүләк илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам булыр һәм уларҙың ғаиләләрен ҡыуандырыр тип ышанам. Аҡса күсереүҙең һуңғы көнө - 26 декабрь», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Мобилизацияланғандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү уларҙың аҡсалата тәьминәт алыу өсөн асылған банк иҫәптәренә күсерелә. Ғаиләләргә аҡса мөмкин тиклем ябайлаштырылған тәртиптә бирелә: уларға социаль яҡлау органдары йәки күп функциялы үҙәктәр, йә иһә республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә кәрәк.

"Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас: