Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Ноябрь , 08:50

Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!

Яңауыл уҙаманы башҡорт батальоны өсөн ике УАЗ һәм ике ЗИЛ һатып алған! Кеше ауыр ваҡытта һынала, тигәндәре дөп-дөрөҫ икән. Әлеге ҡатмарлы ваҡыттар кемдең кем икәнен яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә. Шөкөр, күптәр яҡшы яҡтан асыла. Яңауылдан Айрат Ғәлиханов атлы уҙамандың да ҡылған ғәмәлдәре – батырлыҡ өлгөһө. Тулыраҡ – сайтта. 

Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!
Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!

Ул башҡорт батальондары өсөн үҙ аҡсаһына ике УАЗ һәм ике ЗИЛ һатып алған. ЗИЛ-дарҙы, өҫтәүенә, автомунса итеп йыһазландырған.

Һатып алынған техниканың хаҡы 2 миллион һумға барып баҫҡан.

Машиналарҙы уҙаман күрше өлкәләрҙән эҙләп, һатып алған. Уларҙы үҙе ремонтлаған.

Машиналарҙы һатыусылар, Айрат Ғәлихановтың уларҙы ниндәй маҡсатта һатып аласағын белгәс, яҡшы ташламалар яһағандар.

Яҡташыбыҙ үҙенең был ғәмәлен “Еңеүгә минең иғәнәм” тип атаған.

“Бына шундай ул. Интеллигент, эскерһеҙ, ярҙамсыл, бер ниндәй шау-шыуһыҙ ғына яҡшы эштәр башҡарыусы”, - тип яҙған уның хаҡында социаль селтәрҙә Яңауыл районы башлығы.

Афарин!

 

Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!
Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!
Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!
Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!
Махсус операцияла йөрөүсе егеттәргә мунса эшләгән!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в