Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
15 Ноябрь 2022, 08:45

Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса нисек түләнә?

Оборона министры урынбаҫары Татьяна Шевцова Дәүләт Думаһы депутаты Максим Ивановтың һорауына яуап бирҙе. Яуап - сайтта.

Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса нисек түләнә?
Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса нисек түләнә?

Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылған граждандарға декабрь өсөн аҡса ғинуарҙа түгел, ә 25 декабргә тиклем, йәғни ваҡытынан алда түләнә.

«Мобилизацияланғандарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе буйынса ведомствонан яуап алдым. Был мәғлүмәтте бөтә Рәсәй белә: һәр айҙың 10-ынан 20-һенә тиклем үткән ай өсөн түләнә. Етешһеҙ яғы — яңы йыл байрамдарына мобилизацияланған ир-егет һәм уның ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, балалары) декабрь өсөн аҡса алып өлгөрмәй. Ошондай хәл булмаһын өсөн Оборона министрлығы декабрь өсөн аҡсаны шул уҡ айҙа 25 декабргә тиклем түләргә хәл итте», — тип яҙҙы Максим Иванов.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас: