Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Сентябрь 2022, 14:30

Ил һаҡларға китте ир-егеттәр

28 сентябрҙә районыбыҙҙан  68 ир-егет туғандаш биләмәләрҙе азат итеүҙә ҡатнашыу өсөн Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә юлланды.

Ил һаҡларға китте ир-егеттәр
Ил һаҡларға китте ир-егеттәр

21 сентябрҙә Рәсәй Президенты В. Путин тура эфирҙағы мөрәжәғәтендә,  Рәсәй Оборона министрлығының һәм Генераль штабтың тәҡдимен хуплап,  илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеүе тураһында белдерҙе. Өлөшләтә мобилизациялау Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау һәм Рәсәй халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән. Тәү сиратта запастағылар, Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәндәр, билдәле бер хәрби-иҫәп белеменә һәм тейешле тәжрибәгә эйә булғандар саҡырыла, тип белдерҙе ил етәксеһе.

Мобилизацияға эләккән ир- егеттәр, уларҙың ата-әсәләре, ғаиләләре, туғандары, район халҡы район мәҙәниәт һарайы янына йыйылды. Егеттәр табиптарҙан һәм Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариаты белгестәренән торған комиссияны үтте. Ғаилә һәм һаулыҡ торошона ҡарап, бер төркөм егеттәр мобилизациянан кисектереү алды.

Хәрби комиссар, подполковник Айбулат Дәүләтбирҙин егеттәрҙе сәләмләп,  Рәсәй Президенты ҡарарын һәм Ватан алдындағы бурысты үтәү кәрәклеген белдереп, уларҙы юлланасаҡ маршруттары менән таныштырҙы.

Мобилизацияланған райондаштарыбыҙ Ҡазанға юлланды. Унда улар хәрби-танк училищеһында бер ай дауамында хәрби әҙерлек үтәсәктәр һәм артабан хәрби частәргә ебәреләсәктәр.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:

-Ил саҡырғанда әҙер булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Арағыҙҙа үҙ теләге менән юлланыусылар ҙа бар. Илебеҙҙе яҡлап лайыҡлы хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә төрлө яҡтан ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине.

Райондың ветерандар советы рәйесе, хәрби ойошмалар етәксеһе урынбаҫары Олег Ғәлиев та егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе. Райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Аллаһы Тәғәләғә һыйынырға саҡырып, вәғәз һөйләне һәм мобилизацияланған райондаштарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп аят уҡыны.

Егеттәрҙе оҙатырға йырсы, «Арғымаҡ» рок-төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов та килгән ине. Ул тағы ла бер изге ниәт менән йөрөүен һөйләне.

-Донъялар именлеген, егеттәребеҙҙең иҫән-һау ҡалыуҙарын теләп, ҡорбан итеп аҡ үгеҙ салырға кәрәк, тип бер инәй мөрәжәғәт иткәйне. Был теләкте күтәреп, Башҡортостан буйлап аҡ үгеҙ эҙләй башланыҡ. Уны Бөрйән ырыуы башлығы Алдар батырҙың төйәгенән – Әтек ауылынан таптыҡ һәм бөгөн – Мәүлит айының беренсе көнөндә - ҡорбан итеп салдыҡ. Егеттәр, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ныҡ булайыҡ, - тине Ринат Рамаҙанов һәм башҡорт халыҡ көйө «Урал»ды ҡурайҙа башҡарҙы.

Егеттәрҙең күҙҙәрендә моңһоулыҡ сағылһа ла, күңелдәре күтәренке, хеҙмәткә әҙерҙәр.

Ильяс Ҡунафин, Яңы Монасип ауылы:

-Ил-Әсәбеҙ саҡырғанда беҙ һәр ваҡыт әҙер. Ил күргәнде күрербеҙ.

Миңлеғәле Ғимранов, Иҫке Собханғол ауылы:

-Үҙен ихтирам иткән һәр ир-егет Тыуған илебеҙ алдындағы төп бурысын үтәргә тейеш, тип иҫәпләйем. Бөгөн балдыҙымдың улы хеҙмәткә алынды. Уларға хәйерле юл,  имен генә әйләнеп ҡайтһындар, тип  теләп ҡалабыҙ.

Рядовой составында хеҙмәткә саҡырылған Фәнүр Алтынбаев, Тимер ауылы:

-Иңгә төшкән бурысты үтәйбеҙ инде. Аллаһ бирһә, имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Хеҙмәт иткәндә водитель, кладовщик эштәрен башҡарҙым.

Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәнүрҙең ҡатыны ла мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе.

-Ғаиләләренә, балалары янына әйләнеп ҡайтһындар. Уларҙың матур киләсәктәрен күреп, оло тормош юлдарына сығарһындар. Балаларыбыҙ һуғыш күрмәһен, илебеҙ тыныс булһын! – тине ул.

“Технойорт” магазины хужаһы Салауат Хәсәнов, Иҫке Собханғол ауылы:

-Егеттәр бөтәһе лә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, был конфликт тиҙерәк бөтһөн, еңеп ҡайтырға, туғандар, әсәйҙәр, кәләштәр менән күрешергә насип булһын! - тине. Уның әсәһе Гөлнора Хоҙайназарова ла егеттәргә фатихаларын еткереп:

- Ғаиләләрен, ҡатындарын, еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы, тыуған илебеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлау ниәттәре менән юллана улдарыбыҙ. Дөрөҫ ниәттәр менән барыу мөһим, - тине.

7 ай Украинала хеҙмәт итеп ҡайтҡан өлкән сержант, отделение командиры Йәлил Әлибаков:

- Беҙгә 30 көн ял бирҙеләр. Тиҙҙән - 20 көндән кире барырға кәрәк буласаҡ. Өфө спецназында хеҙмәт итәм. Минең ҡарамаҡта 10 кеше һәм хәрби техника. Егеттәргә һаулыҡ теләйем. Барһындар, ҡурҡмаһындар.

Азат Сәғитов, Ғәҙелгәрәй ауылы:

-Повестка килгәс тә ҡултамғамды ҡуйып алдым. Шуға егеттәргә әйтер инем - повестка килә икән, ҡурҡып ҡалмаһындар, илде һаҡларға кәрәк.

24 сентябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хәрби комиссариат етәкселәре менән өлөшләтә мобилизация ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

-Беҙ мобилизацияланған егеттәрҙе кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә әҙербеҙ. Бөтәгеҙҙе лә был эшкә яуаплы ҡарарға саҡырам, - тине Радий Фәрит улы.

Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Г. Хафизова,

Ә. Юлсурина.

Ил һаҡларға китте ир-егеттәр
Ил һаҡларға китте ир-егеттәр
Ил һаҡларға китте ир-егеттәр
Ил һаҡларға китте ир-егеттәр
Ил һаҡларға китте ир-егеттәр
Автор:
Читайте нас: