Ватан һағында
21 Мая 2022, 07:00

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарһын

Атай-әсәйеңде, туғандарыңды ҡыуандырып, иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын һиңә, Ғайса.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер рәхмәт  мең бәләнән ҡотҡарһынБер рәхмәт  мең бәләнән ҡотҡарһын
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарһын

Улыбыҙ Ғайса Ҡасҡынбаев хеҙмәт иткән ерҙән олоғара конверт килеп төшкәс, ҡаушап ҡалдыҡ, асырға ҡурҡып торҙоҡ, тей атай кеше Гәрәй.


- Асып, командирҙан Рәхмәт хаты икәнен күргәс, күҙгә йәштәр килде хатта, - ти ул.


Был беҙҙең башҡорт егеттәре өсөн тәбиғи хәл. Бигерәк тә эш мәнеһен белеп, ҡатынҡы үҫкән ауыл балалары өсөн.


Полковник М. М. Мирзаев ебәргән Рәхмәт хатында Ғайсаның тәртипле булыуы, үҙ хеҙмәтенә бик тә яуаплы ҡарауы, кешелекле булыуы хаҡында әйтелә, ысын ир-егет тәрбиәһе биргән ата-әсәһенә оло рәхмәт белдерелә.


Атай-әсәйеңде, туғандарыңды ҡыуандырып, иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын һиңә, Ғайса.

Автор:Г. ҺЫРЛЫБАЕВА.