Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
31 Март 2022, 08:35

Республика Башлығы Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡында белдерҙе

Алтынсы саҡырылыш республика Дәүләт Йыйылышының 42-се ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында» закон проектын индерҙе.

Республика Башлығы Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡында белдерҙе
Республика Башлығы Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡында белдерҙе

«Федераль кимәлдә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә финанс һәм матди булмаған ярҙам саралары ҡабул ителгән. Республика ла уларға ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем.

Бөгөн мин «Һәләк булған (үлгән) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында» закон проектын индерәм. Һүҙ республика ҡаҙнаһы иҫәбенә махсус хәрби операция ваҡытында бурысын үтәгәндә һәләк булған (үлгән) хәрбиҙең һәр ғаилә ағзаһына тигеҙ өлөштәрҙә 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам хаҡында бара.

Ошо саралар менән килешерһегеҙ тип уйлайым. Бөгөн законды тикшереүегеҙҙе, һеҙ риза булһағыҙ, бөгөн үк уны ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Геройҙар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең бурыс. Беҙ уны үтәрбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас: