Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Март 2022, 17:20

Кесе сержант Шәмиғолов Ильяс Ришат улы

Бөрйән егеттәре хәрби анттарына тоғро ҡалып, үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәнеләр. Шәмиғолов Ильяс Ришат улы 1995 йылдың 9 декабрендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килә.

Кесе сержант Шәмиғолов  Ильяс Ришат улы
Кесе сержант Шәмиғолов Ильяс Ришат улы

1-се кластан 9-сы класҡа тиклем белемде Иҫке Собханғол урта мәктәбендә белем ала. Мәктәптең йәмәғәт тормошонда һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, Президент ярыштары призеры була. Ильяс уҡыуҙы тамамлағас, хәрби булырға хыяллана. 2011-2014 йылдарҙа Иҫке Собханғол ауылындағы 132-се һанлы һөнәрселек училищеһында уҡый. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тракторист-машинист һөнәрен үҙләштергәндән һуң, әрме хеҙмәтенә юллана. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, контракт буйынса хеҙмәтен Һамар өлкәһендә дауам итә.

2017 йылда ситтән тороп Мәскәү ҡалаһындағы халыҡ-ара юридик институтына “Юриспруденция” йүнәлеше буйынса уҡырға инә, ағымдағы йылдың ғинуар айында диплом алырға тейеш була, ләкин башта командировкаға, аҙаҡ Украинаға махсус операцияға ебәрелә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, офицер дәрәжәһенә уҡып алырға хыялы була, хәрби хеҙмәтен артабан РФ Оборона министрлығында дауам итергә уйлаған.

Ильяс Ришат улы хеҙмәт итеү осоронда 2 мәртәбә Таджикистанда махсус операцияла, Сирия Ғәрәп Республикаһында һәм Карабах өлкәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Тыуған илебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән махсус операцияларҙа күрһәткән батырлығы һәм тырышлығы өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙы, “Таджикистанда хеҙмәте өсөн”, “1941 йылда Куйбышевта үткәрелгән хәрби парадҡа” бағышланған Хәтер парадында ҡатнашҡаны өсөн иҫтәлекле знактары, “Хәрби берҙәмлекте нығытыу өсөн” һәм шулай уҡ Сирия Ғәрәп Республикаһында хәрби операцияларҙа ҡатнашҡаны өсөн миҙалдары уның намыҫлы хеҙмәтен дәлилләй.

Ильяс беҙҙең хәтерҙә дәртле, һәләтле, ярҙамсыл, һәр кем менән уртаҡ тел табыусы һәм иптәштәре араһында абруй яулаған егет булараҡ иҫтә ҡаласаҡ.

Автор:
Читайте нас: