Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Март 2022, 16:50

Хәрби хәрәкәттәр ветераны, сержант Ғәлин Илшат Әсхәт улы

Башҡаларҙың тыныс һәм бәхетле тормошо хаҡына үҙҙәрен аямай батырҙарса ҡаршы тора алған Инсур, Ильяс  һәм Илшат кеүек яугир егеттәребеҙ арҡаһында бөгөнгө көндә ҙур бәләгә юл ҡуйылманы. Ғәлин Илшат Әсхәт улы 1994 йылдың 1 майында Бөрйән районының  Әбделмәмбәт ауылында донъяға килә.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны, сержант Ғәлин  Илшат Әсхәт улы
Хәрби хәрәкәттәр ветераны, сержант Ғәлин Илшат Әсхәт улы

Тыуған ауылында 9 класты тамамлағандан һуң, Иҫке Собханғолдағы 132-се һанлы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. 2013 йылда тракторист-машинист  һөнәрен үҙләштереп, училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әрме хеҙмәте тураһында Илшат бала саҡтан уҡ хыялланған була. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән 2013 йылда әрме хеҙмәтенә юллана. Тыуған ил алдындағы бурысын Хабаровск крайында намыҫлы үтәп, контракт буйынса хеҙмәтен Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында дауам итә.

Тырыш, һәләтле егет булараҡ, мәктәптең һәм училищеның йәмәғәт тормошонда, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, уңыштар яулай. Илшат республика кимәлендә үткән тракторсылар ярышында ла еңеү яулай. Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 2018 йылда уға Сирия Ғәрәп республикаһын законһыҙ ҡораллы көстәрҙән азат итеүҙә күрһәткән батырлығы һәм тырышлығы өсөн Сирия Ғәрәп армияһының Рәхмәт хаты тапшырыла. Терроризмды еңеүгә йүнәлтелгән көрәшкә индергән өлөшө һәм юғары хәрби профессионализмы өсөн Сирия оборона министрлығының да Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Илшат һәр кемдең күңелендә баҫалҡы, тыныс холоҡло һәм ярҙамсыл егет булараҡ иҫтә ҡаласаҡ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: