Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Март 2022, 16:40

Гвардия майоры Кинйәкәев Инсур Вәли улы

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла барған ваҡиғалар беҙҙең районға ла ҡағылмай ҡалманы. Украинала барған махсус операциялар ваҡытында яҡташтарыбыҙҙың йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлдө. Кинйәкәев Инсур Вәли улы 1988 йылдың 7 ғинуарында Бөрйән районының Яуымбай ауылында донъяға килә.

Гвардия майоры  Кинйәкәев Инсур Вәли улы
Гвардия майоры Кинйәкәев Инсур Вәли улы

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, аҙаҡ Байназар урта мәктәбен тамамлай. Артабан Рязань ҡалаһындағы гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға инә. 2010 йылда лейтенант званиеһында училищены уңышлы тамамлағандан һуң, хәрби хеҙмәт юлын Ульяновск ҡалаһында башлай. Бөгөнгө көнгә тиклем лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, гвардия майоры дәрәжәһенә эйә була.

Хәрби хеҙмәт бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән ҡыйыулығы һәм юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн Рәсәй Оборона министрлығының бойороғона ярашлы, Инсур Вәли улына 2013 йылда Икенсе дәрәжә “Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Тормошта ла, эштә лә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай. Беҙҙең күңелдәрҙә Инсур тыныс холоҡло, дәртле һәм тырыш егет булып иҫтә ҡаласаҡ.

Автор:
Читайте нас: