Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Март 2022, 15:25

Украинала барған махсус операцияла Ватаныбыҙ именлеге өсөн баш һалған Бөрйән батырҙарына...

"Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй  Ир-егеткәй менән ат башы..."    (Башҡорт халыҡ йыры "Азамат")

Украинала барған махсус операцияла Ватаныбыҙ именлеге өсөн баш һалған Бөрйән батырҙарына...
Украинала барған махсус операцияла Ватаныбыҙ именлеге өсөн баш һалған Бөрйән батырҙарына...

Ватанына йәнен инселәгән
Инсурҙары кире ҡайтмаҫҡа.
Пәйғәмбәрҙең атын алған Ильяс,
Һинең өсөн таңдар атмаҫ та...

Илшатының ғәййәрлеген күреп,
Ил шатлана, берсә йәш түгә.
Шәһиттәргә доға ҡылайыҡсы
Таңдар ауышҡансы йәстүгә...

Эй, Бөрйәндең аҫыл уландары,
Тәҡдирҙәргә яҙмыш - сараһыҙ...
Зар илатып тотош ил-Ватанды
Баҡыйлыҡҡа китеп бараһ(ығ)ыҙ...

Эй, илемдең ҡыйыу бөркөттәре,
Саңҡынығыҙ ҙа һеҙ күктәрҙә...
Фиҙа ҡылып йәнде, шәһит булып,
Өлгө булып китте күптәргә...

Фирҙәүестә һеҙҙе осраштырһын
Батыр тапҡан әсәң, атаңа.
Эх, егеттәр китә - аҫыл улдар
Йәне менән түләп Ватанға...

Ҡалҡан ғына булһын ҡалғандарға
Көнөн-төнөн ҡылған доғалар!
Именлек бир илдәр араһына -
Ил һаҡларға улдар сығалар...

А.Ғарифуллина

Автор:А. Гарифуллина.
Читайте нас: