Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Февраль 2022, 17:30

Сик буйында хеҙмәт иткән

Бөтә яҡтан алдырған ныҡыш һәм сәмсел Бөрйән егете командование тарафынан бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары алыуға өлгәшә.

Сик буйында хеҙмәт иткән
Сик буйында хеҙмәт иткән

Сик буйында хеҙмәт итеү, Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлау борон-борондан һәр яҡтан килгән, физик яҡтан көслө, ихтыяр һәм рух көсө ныҡ, аҡыл яғы камил ир-аттарға йөкмәтелгән. Шуға сик буйы ғәскәрҙәре элиталы, тип нарыҡланып, сик һаҡсыларына айырым ихтирам менән ҡарау электән килгән матур ғәҙәт.

Районыбыҙҙа сик һаҡсылары бихисап. Шуларҙың иң ололары, тәүгеләре иҫәбенә Мәһәҙей ауылында тыуып-үҫеп, бай һәм иҫтәлекле ғүмер юлы үтеп, үҙенең кесе Ватанында ер ҡуйынына тапшырылған Сәйәхов Бәхтинур Айса улы инә.


Бәхтинур Сәйәхов 1934 йылдың 23 февралендә Мәһәҙей ауылында донъяға килгән.
Мәһәҙейгә Ғөбәйд олатаһын Әбйәлилдең Ҡаҙмашынан 5 улы менән указлы мулла итеп ебәргәндәр. Баш балаһы Сәйәх олатайҙан - Айса, Айсанан икенсе бала булып Бәхтинур тыуған. Ғөбәйд ҡарт Мәһәҙейҙә мәсет төҙөткән.


Әсәһе Садиҡа – заманына күрә бик тырыш, донъя көтөргә сапсан ҡатын була.
Айса Сәйәхов 1942 йылда һуғышҡа алына.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында яу юлы үтә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Урта Азияла басмасылар хәрәкәтен баҫтырыуҙа, граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан.


Айса ҡарттың баш балаһы – Ғәбдинур, икенсеһе – Бәхтинур, артабанғылары – Зәйнетдин, Мотаһар.
Бәхтинур Сәйәховҡа 4 класс белем менән сикләнергә тура килгән – ғаиләгә ярҙам өсөн быуыны ла нығынып етмәҫтән “Октябрь” колхозында ҡара эшкә егелгән.
1954 йылда Бөрйән районы халыҡ комиссариаты тарафынан әрме сафтарына алына. Төркөстан Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Урта Азия сик буйы округында (КЗС АПО), Иран менән СССР-ҙың сигендә, таулы заставала Ватан алдындағы ир-егетлек бурысын үтәй Мәһәҙей бөркөтө.


Ул ваҡытта Б.Сәйәхов хеҙмәт иткән ғәскәр Дәүләт именлеге комитетының (КГБ) сик буйы ғәскәрҙәре тип атала. Ошо ғәскәрҙәрҙә кавалерист була ул. Бөтә төр дозорҙарҙа йөрөй. Байкал ҡушаматлы тоғро эте менән сик буйын һаҡлай. Хеҙмәт урыны таулы өлкәлә булғас, һаҡлау системаһының (КСП-һы – контрольно-следовая полоса) контроль-эҙ һыҙаты булмай. Был һалдаттарға байтаҡ мәшәҡәт өҫтәй, сикте һаҡлау өсөн төрлө системаларҙың булмауы һаҡсыларҙың эшен ҡатмарлаштыра.Сик боҙоуҙар ҙа йыш була.


Заставала сик һаҡсыларының һаны яртылаш комплектланыу сәбәпле, физик көсөргәнеш артығыраҡ эләгә.


Бөтә яҡтан алдырған ныҡыш һәм сәмсел Бөрйән егете командование тарафынан бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары алыуға өлгәшә.
Дүрт йыл ярым хеҙмәт иткәс, 1958 йылда, Ватан алдында ир-егетлек бурысын үтәп, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә ул.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8-се һанында уҡығыҙ.

Сик буйында хеҙмәт иткән
Сик буйында хеҙмәт иткән
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: