Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Февраль 2022, 16:00

Совет һалдаты булыуым менән ғорурланам

Һәр көн кис отбойҙан һуң дневальный тумбочканың өҫтөнә менеп баҫа ла: «Дембель стал на день короче, старшинам спокойной ночи!» тип ҡысҡыра торғайны. Бер тапҡыр беҙҙең комбат майор йәшенеп тыңлап торған.

Совет һалдаты булыуым менән ғорурланам
Совет һалдаты булыуым менән ғорурланам

Мин армия сафтарында 1970-1972 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Армияға Шишмә районынан саҡырылдым. Сөнки 1969-1970 йылдарҙа Шишмә районындағы һөнәри-техник училищела уҡып, шофер-автослесарь һөнәрен алып сыҡҡайным. Уҡып бөткәс, Шишмә хәрби комиссариатына иҫәптән төшөргә барҙым. Тиҙҙән армияға китәсәкһең бит, тип үтенесемде кире ҡаҡтылар.

Ахырҙа эшкә урынлашып, ирекле янғын дружинаһында ЗИС-355 автомашинаһында шофер булып 3 ай эшләп ташланым. Бергә уҡыған һәм бер квартирала йәшәгән дуҫыма армияға саҡырыу ҡағыҙы килде, ә миңә юҡ та, юҡ. Комиссариатҡа барып повестканы үҙем һорап алдым.


Шулай, 1970 йылдың 9 ноябрендә Өфөләге йыйылыу пунктына килтерҙеләр. Унда бергә үҫкән дуҫым, туғаным Таһир Һатыбаловты осраттым. Ул Байконурҙа хеҙмәт итте.
Ә мин Киров өлкәһенең ракета ғәскәрҙәре дивизияһына эләктем. Карантинда бөтәһе лә автомашиналарҙа күнекмә үтә башланылар, ә миңә үҙаллы крановщик һөнәрен үҙләштерергә әмер булды. Техникаға ынтылыш бала саҡтан ҙур ине. Өйрәнергә тип бирелгән альбом, китаптарҙы уҡый башланым. 20 көн шулай үтеп китте. Альбомдар араһында 8К64У ракетаһының төҙөлөшө тураһында ла мәғлүмәт бар ине. Карантин начальнигы капитан Храмченковҡа шаяртып: «Иптәш капитан, ошо альбомды алып АҠШ-ҡа барһам, күпме аҡса түләрҙәр ине?», тигән булдым. Ул: «Һинән көлөрҙәр ине, сөнки ракеталарҙың төҙөлөшө бөтә донъяла бер үк. Уның хәрби сере - эшләү технологияһында һәм ҡулланылған материалында», тине.


Теориянан һынау биргәндән һуң, мине крановщик ефрейтор Петр Бывальцевҡа практик күнекмә үтергә беркеттеләр. Ул мине ҡаршылап: «Дорогой ты мой, я ведь тебя давно жду», тип ҡосаҡлап уҡ алды. Алмашҡа кеше булмағас, ҡайта алмай йөрөгән икән. Бер аҙнанан мин үҙаллы эшләй башланым.


Тәүге осорҙа техникаларға һоҡланып, ғәжәпләнеп тә, илебеҙ өсөн ғорурланып та йөрөнөм. Ун көнлөк санитарҙар, өс айлыҡ партия курстарында уҡыттылар.


Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Мәскәү, Горький, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш, Мари АССР-ҙарынан егеттәр менән бик татыу хеҙмәт иттек. Мин былай, һин шулай, тип танау сөйөп йөрөүсе булманы. Беҙҙең гарнизондың пекарняһы ла, сусҡа фермаһы ла булды. Бөтә урында ла шул һалдат эшләй инде, һайланырға хоҡуҡ юҡ.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Сәит ҺАТЫБАЛОВ, Нәби ауылы.
Читайте нас: