Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Февраль 2022, 15:25

Афғансы Вәлит йәки яу юлын үткән Теләүбаевтар

Ҡайһы саҡта яҙмышыма үпкәләп тә ҡуя инем. Башҡа егеттәр рәхәтләнеп Германияла хеҙмәт иткәндә, беҙгә ҡанҡойош майҙанында ғүмереңдең һәр минуты өсөн көрәшеп хәүеф аҫтында йөрөргә тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо аяуһыҙ һуғышта тере ҡалғаныма Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен.

Афғансы Вәлит йәки яу юлын үткән Теләүбаевтар
Афғансы Вәлит йәки яу юлын үткән Теләүбаевтар

Атаһының, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәләхетдин Хөснөтдин улының, еңеү хәтирәләрен тыңлап, тыныс тормошта тиҫтерҙәре менән ағас мылтыҡтан атыш уйнап, ағайҙары менән ысын ир-егет тәрбиәһе үткән Вәлит Теләүбаев әрме хеҙмәтенә әҙер үҫә. Тыныс тормошта изге бурысты үтәп ҡайтыуҙың бер ҡыйынлығын да күрмәй ул. Ләкин 18 йәшлек егетте яҙмыш үҙ һынауҙары менән көтә. Быны ул өҫтән эҫе ҡояшы ҡыҙҙырған, аҫта саңдары борҡоп ятҡан, туҡтауһыҙ ямғыр кеүек пулялар яуып торған бейек тауҙар араһында урынлашҡан Афған еренә барып төшкәс кенә аңлай... Ана шул ваҡыттан нисек бормалы-бормалы тар тау юлынан тимер атын ауыҙлыҡлап юл алһа, бөгөнгәсә дүрт тәгәрмәстәрҙә елә шофер. Тормош юлында ниндәй тауҙарҙы артылған да, ниндәй ҡаршылыҡтар яулаған, үҙ-үҙен таба алғанмы икән яугир-интернационалист?
Нисек кенә ауыр булмаһын, үтә һаҡлыҡ менән генә уның хәтер йомғағын тағатыуын һораныҡ. Һүҙ - Бөрйән районы Нәби ауылы ир-уҙаманы Вәлит Сәләхетдин улы Теләүбаевҡа:

- Мин Нәби ауылында 1965 йылдың 25 авгусында Ғәрифә һәм Сәләхетдин Теләүбаевтар ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуғанмын. Күмәк ғаиләлә биш малай һәм ике ҡыҙ үҫтек. Атайым Сәләхетдин Хөснөтдин улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул 1942 йыл һуғышҡа алынып, 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Шунан алып ғүмере буйы ферма мөдире булып эшләп, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы исеменә лайыҡ була. Әсәйем дә колхозда эшләй.
Бишебеҙ ҙә армияла хеҙмәт иттек. Беребеҙ китеүгә икенсебеҙ ҡайтып та өлгөрмәй, күрешмәй ҙә ҡала инек. Кемебеҙҙе генә оҙатмаһын, атайым һәр ваҡыт тышҡа сығып китеп, синдек аҫтына барып илап тороп ҡалыр ине лә, әрменән ҡыуана-ҡыуана ҡаршы алыр ине.
Беҙҙең алда армияға барыу-бармау һорауы тыуманы, беҙ мотлаҡ һалдат мәктәбен үтергә тейешлегебеҙҙе аңлап үҫтек. Йәш тулыу менән әрме саҡырыуына бөтә яҡлап та әҙер инек.

Батырмын тип
кем әйтмәҫ
Мин армия сафына ҡапыл ғына киттем. 1983 йылдың 28 сентябрендә военкоматҡа саҡырып повестка тотторҙолар ҙа, иртәгәһенә райондан биш егет Өфөгә юлландыҡ. Беҙҙе, Башҡортостандан 150 егетте, вагондарға ултыртып Куйбышевҡа оҙаттылар. Унан Ростов өлкәһе Яңы Черкасск ҡалаһына хәрби әҙерлек курсына ебәрҙеләр. Полигонда беҙгә атырға, йөк машиналарында ҡатмарлы юлдарҙан руль менән оҫта идара итергә өйрәттеләр. Беҙ, башта әйтеүҙәренсә, Германияға китергә тейеш инек, әммә 2 ай үтеүгә Афғанға әҙерләнеүебеҙ тураһында хәбәр тарала башланы. Шулай булды ла, машиналарҙа йөрөргә өйрәнеп, имтиханды тапшырыу менән, декабрь башында һуғышҡа ебәрә башланылар.
Йәшермәйем, ныҡ ҡурҡытты. Әммә һайлау юлы юҡ, теләһәң-теләмәһәң дә, ҡушылғанды үтәргә кәрәк. Сираттағы политдәрестә Машков фамилиялы майор: “Һеҙҙең берегеҙ ҙә бынан ҡасып ҡала алмай, һеҙ алдан уҡ һуғышҡа инеү өсөн әҙерләндегеҙ. Үҙегеҙ теләгән иптәштәрегеҙ менән рапорт яҙып сығығыҙ – иң яҡшыһы шул булыр”, - тине. Беҙ шулай эшләнек тә – Бөрйәндән: мин, Булат Сәғитов, Ришат Алтынбаев (мәрхүм инде), ДОСААФ-та бергә уҡыған Әбйәлил егеттәре, бөтәһе нисәү булғанбыҙҙыр, тик башҡорттар ғына бергә йыйылып, Афғанға юлландыҡ. Төнгө сәғәт 1-ҙә тревога менән шым ғына торғоҙҙолар ҙа, рюкзактарға әйберҙәребеҙҙе тултыртып, бер уазикка тыңҡыслап тултырып, Дондағы Ростовҡа алып барҙылар. Унан самолет менән Сәмәрҡәндкә, артабан Афғанстанға остоҡ. Беҙ барып төшөүгә ҡаршыға дембелдәр тап булды. Уларҙы күреп, эй ҡайтҡы килә, ҡасан ғына 2 йылым үтә инде, тигән уйҙар баштан сыҡмай.
Ҡабулда беҙҙе палатка-ларға урынлаштырҙылар. Артыҡ тауыш-тын юҡ, ҡурҡыныс тойолмай. Күңел бер аҙ тыныслана төштө. Әммә вертолеттар килеп беҙҙе Бағрам аэропортына алып килеп төшөрҙөләр ҙә, унан машиналарға тейәп полевой частҡа алып барып, йүнәлеш буйынса тәғәйенләнеләр. Райондаштарым Сәғитов Булат сапер төркөмөнә эләкһә, беҙ Алтынбаев Ришат һәм Хәйбулланан Байғужин Әхмәҙи – өсәүебеҙ авторотаға билдәләндек. Әхмәҙи - 1-се, мин - 2-се, Ришат 3-сө взводта “Урал” машинаһында яғыулыҡ ташыныҡ.

Саланг перевалы –
“ғүмер юлы”
Афғанстандың 400 километрға һуҙылған төп магистрален шулай атайҙар. Был тау юлы СССР сигендәге Хайратон базаһынан Ҡабулға илтә ине. Саланг перевалы (артылышы) диңгеҙ ярынан 3878 метр бейеклектә урынлашҡан. Саланг туннеле ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, Гиндукуш тауы аша юл хәрәкәтен хеҙмәтләндерә.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Афғансы Вәлит йәки яу юлын үткән Теләүбаевтар
Афғансы Вәлит йәки яу юлын үткән Теләүбаевтар
Автор:Динара Ҡотлобаева.
Читайте нас: