Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
14 Декабрь 2021, 14:00

Хәрби иҫәп – мөһим эш

Үткән аҙнала ойошмаларҙың хәрби иҫәбен алып барыусылар өсөн резерв запастағы граждандарҙы мобилизация резервына алыу буйынса ултырыш үтте.

Хәрби иҫәп – мөһим эш
Хәрби иҫәп – мөһим эш

Унда Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариатҡа яңыраҡ комиссар булып тәғәйенләнгән Айбулат Рәис улы Рәхмәтуллин саҡырылды. Ул комиссариат эше, мобилизация резервы тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.


Мобилизация резервы – хәрби хеҙмәт үткән запастағы граждандарҙың бер өлөшө. Резервта тороусылар РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөйҙәр һәм уның шарттары буйынса тыныс ваҡытта йыйындарҙа ҡатнашалар, ә мобилизация ваҡытында хәрби частәргә баралар. Хәрби хеҙмәт буйынса запаста торған граждандар мобилизация резервына кергән осраҡта уларҙың даими эш урыны менән эш хаҡы һаҡлана һәм хәрби хеҙмәт өсөн дә хеҙмәт хаҡы түләнә.


Йыйылыштың икенсе өлөшөндә «Хәрби иҫәпкә алыу hәм запастағы граждандарҙы бронлауҙы иң яҡшы ойоштороу» смотр-конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Иҫке Собханғол, Әтек, Иҫке Монасип, Байғаҙы, Ырғыҙлы, Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәттәре, мәғариф бүлеге, урман хужалығы, ветеринар станция бүлектәре хәрби иҫәпте иң яҡшы ойоштороусылар тип табылды.

Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы ярҙамсыһы Флүзә Ҡаһарманова юғары профессионализм, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: