Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
11 Декабрь 2021, 10:00

Егеттәр Ватанға хеҙмәт итә

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Ағзам һәм Айһылыу Хәкимовтар улдары Айгиз хеҙмәт иткән частән Рәхмәт хаты алып ҡыуанған.

Егеттәр Ватанға хеҙмәт итә
Егеттәр Ватанға хеҙмәт итә

Айгиздең хәрби бурысын өлгөлө үтәүе тураһында Силәбеләге уҡыу үҙәге начальнигы, полковник Р. Данилин һәм 388-се зенит ракета полкы командиры, гвардия полковнигы Ш. Исмаилов ҡул ҡуйған Рәхмәт хатында былай яҙылған: “Айгиз ғәҙел, дисциплиналы хәрби, уҡыу барышында тырышлыҡ, ижади инициатива күрһәтте, йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты.


Өлгөлө хеҙмәте, эш һөйөү-сәнлеге, хәрби бурысын үтәүгә яуаплы ҡарауы, ныҡышмаллығы менән командирҙары һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Һеҙҙең улығыҙҙың киләсәктә лә өлгөлө хеҙмәт итеренә, Тыуған ил һаҡсыһы традицияларын намыҫ менән дауам итеренә ышаныс белдерәбеҙ.


Айгиз маҡсатҡа ынтылышлы, профессионал, намыҫлы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.


Ағзам Сәғәҙәт улы һәм Айһылыу Ришат ҡыҙы! Һеҙгә һәр йәһәттән өлгө булған, Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгән ысын ир-егет, ул тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!»


Айгиздең әрме хеҙмәтен тултырып, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: