Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Декабрь 2021, 16:00

Беҙҙекеләр һынатмай

Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Айҙар Вафир улы һәм Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы Сәғитовтарға улдары Сыңғыҙ хеҙмәт иткән “Мәскәү” гвардия ракета крейсеры командиры, 1-се рангалы гвардия капитаны А. Куприндан түбәндәге йөкмәткеле хат килеп төшкән

Беҙҙекеләр һынатмай
Беҙҙекеләр һынатмай

“Һеҙгә улығыҙ Сыңғыҙ хеҙмәт иткән “Мәскәү” гвардия ракета крейсеры командованиеһы исеменән шуны белдерәбеҙ: улығыҙ Рәсәйҙең көньяҡ диңгеҙ рубеждарын һаҡлау буйынса конституцион бурысын өлгөлө үтәй.


Хеҙмәт осоронда ул үҙен тәртипле, намыҫлы, дөрөҫлөккә ынтылыусы, хәрби устав талаптарын, командирҙар, етәкселәр бойороҡтарын теүәл үтәүсе хәрби итеп күрһәтте. Үҙенә ышанып тапшырылған ҡоралды һәм техниканы һәр саҡ хәрби әҙерлектә тота, ҡорал менән мөғәмәлә итеүҙә юғары уңыштарға эйә. Үҙенең хәрби һөнәрен камиллаштырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләй. Хеҙмәт бурысын намыҫлы, ысын ир-егеттәрсә үтәй, хеҙмәттәштәренә һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итергә әҙер генә тора.


Хөрмәтле Айҙар Вафир улы һәм Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы, ошондай өлгөлө ул үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, тормошоғоҙҙа уңыштар теләп ҡалабыҙ!” - тиелә хатта.


Эйе, ата-әсә өсөн балаһы хаҡында яҡшы һүҙ ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ-ҡыуаныс юҡ! Сыңғыҙға хеҙмәтен тултырып, тыуған йортона имен-аман ҡайтырға, ата-әсәһен яңынан-яңы хеҙмәт уңыштары менән һөйөндөрөп торорға яҙһын!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: