Сик һаҡсыһынан – ер һаҡсыһына.
Ғәле Мөҙәрис улы Шәмиғолов 1955 йылда Әбделмәмбәт ауылында уҡытыусылар Ғәлекәйев Мөҙәрис Мөбәрәк улы менән Ирназарова Рәхилә Әҙеһәм ҡыҙының ғаиләһендә, үҙе әйтмешләй, өҫтән һанағанда ла 4-се, аҫтан һанағанда ла 4-се бала булып донъяға килгән.
1970 йылда Әбделмәмбәт 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1970-1972 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағас та Сибай ауыл хужалығы техникумының “Агрономия” бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон бөтөп өлгөрмәйенсә, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Ул ил сигендә хеҙмәт итә.
41 йыллыҡ хеҙмәт стажлы ир-уҙаман, хеҙмәт ветераны, РФ Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына эйә ер кешеһе 28 йыл “Урал” колхозында агроном, 8 йыл Ҡыпсаҡ ауыл Советы рәйесе, 2 йыл партком секретары булып эшләгән.
Гәзит уҡыусыларына уның әрме яҙмаларынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Повестка
килде
“1973 йылдың 1 ноябрендә армияға повестка тотторҙолар. Мин Әбделмәмбәткә ҡайтып киттем, сөнки китеү урыны Сибай ине.
Октябрҙең 25-тәре ауылға ҡайттым. Ауылдан Салауат ҡайнағаға, Килдеғолдан Мәүлит, Юлай Шәриповҡа, Байғаҙынан Сабир Ишҡоловҡа повестка бар.
Ауылда 4-5 көн булғанмындыр. Клубҡа сығып йөрөү һымаҡ күренештәр булманы.
Ҡунаҡ саҡырҙыҡ микән – уныһын да иҫләмәйем.
Айса ағайҙарға барғайным. Бабай менән ҡырлы рюмкаға тултырып араҡы эсеп ебәрҙек – минең башҡа ла сыҡты. Шунда үҙемә: «Спиртлы эсемлекте ҡулланмай тор, ҡустым, хәлеңдән килмәй бит», - тип әйттем.
Мин ҡырҙа йөрөгәс, үҙем дә кешене әллә ни белмәйем, кеше лә мине таный һалып бармай.
Октябрҙең һуңғы көндәре кире Сибайға килдем. 1 ноябрь ҡаланың хәрби комиссариатында инем. Хәрби комиссар менән бер нисә минут һөйләштек. Ул 2 ноябрь самолет менән Өфөгә осорға тейешлегебеҙҙе әйтте.
Саҡырыу
пунктында
Төшкә ҡарай АН-24 килде һәм беҙ Өфөгә остоҡ. Сибайҙан хәрби комиссариат вәкиле теркәү үткәрттерҙе һәм шул уҡ көндә медицина тикшереүе үттек. Техникумдан Әсхәт Әхтәмов, Түбәнән Ринат Рәхмәтуллин, Әнүәр Изибаев бергә булдыҡ.
Йыйылыу пунктына килгәндә, Мәүлит Миндеғолов, Салауат Усманов, Юлай Шәрипов, Сабир Ишҡолов шундалар ине. Бөрйән егеттәре тыныс ҡына аралашабыҙ. Хәмер мәсьәләһе беренсе урынға ҡуйылманы. Кис ағас тапчандарға ятып йоҡлап киттек.
Көнбайышҡа – Украинаға!
Иртәгәһенә “һатып алыусылар” килде. Тимер юл вокзалына алып киттеләр. Өфөнән әрмегә саҡырылыусылар күп булманы. Эшелон алмашынманы, беҙҙе Мәскәү аша алып китмәнеләр. Төндә Волга аша үткәнебеҙ хәтерҙә. Көнбайыш сик буйҙары округына барҙыҡ. Львов ҡалаһы вокзалында туҡтаныҡ. Унда һалдаттарҙың күплеге!
Байтаҡ кеше Черновцыға килдек. Ашатып алдылар. Унан бер нисә офицер беҙҙең менән мәж килә башланы. Мунсанан һуң кейем бирҙеләр. Размерҙар тура килмәһә, бер-беребеҙҙекен кейеп ҡарап, алмашабыҙ, погондар, петлицалар тегәбеҙ. Сержанттар әтәсләнә – ҡысҡыралар, екерәләр.
Ҡазармаға урынлаштыр-ҙылар. Сафҡа теҙелергә өйрәнәбеҙ. Совет Армияһының уставын ятлайбыҙ. Әле өйрәнеп бөтмәгәс, һарыҡ көтөүе кеүек йөрөйбөҙ.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 май һанынан уҡығыҙ.